Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

маҡтаулы исем From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы — Башҡортостан Республикаһында булдырылған һәм бүләкләнеүселәрҙең Башҡортостан Республикаһының мәҙәни үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм уның күп милләтле халҡы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн бирелгән маҡтаулы исем. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡлы булғандарға күкрәктең уң яғына тағыла торған билдә тапшырыла.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Remove ads

Ни өсөн бирелә

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме юғары художестволы образдар, спектаклдәр, кинофильмдар, концерт, эстрада, цирк программаларын, музыкаль, телевизион һәм радиоәҫәрҙәрен ижад итеп, сағыу образдар тыуҙырған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған артистарға, режиссерҙарға, балетмейстерҙарға, дирижерҙарға, хормейстерҙарға, музыкаль башҡарыусыларға һәм башҡа сәнғәт әһелдәренә бирелә.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеменә тәҡдим итеү һәм ҡаралған тәртиптәге бүләкләү ҡағыҙҙары Башҡортостан Республикаһы Башлығына тикшереү һәм ҡул ҡуйыу өсөн индерелә.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусыға был маҡтаулы исемдең бирелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменең билдәһе күкрәктең уң яғына тағыла.

Remove ads

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads