Штеренбах Владимир Шапсович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Штеренбах Владимир Шапсович (19 февраль 1947 йыл  — 4 ғинуар 2015 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Штеренбах Владимир Шапсович 1947 йылдың 19 февралендә Куйбышев өлкәһенең Кинель ҡасабаһында (хәҙер Һамар өлкәһенең Кинель ҡалаһы) тыуған. 1972 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың май айына тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективында — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһында эшләй, бер үк ваҡытта ете йыл дауамында капелла инспекторы була. 1982—2014 йылдарҙа бастар төркөмө концермейстеры вазифаһын башҡара, йәш артистарға ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итә.

Капелла составында Рәсәй буйлап гастролдәр менән төрлө хор конкурстарында сығыш яһай, Якутск, Чебоксар, Ҡаҙан, Мәскәү ҡалаларында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә ҡатнаша.

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads