Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ( БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы, БАССР Хөкүмәте) — Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Хөкүмәтенең 1920 йылдан 1946 йылға тиклемге рәсми атамаһы. Автономиялы республиканың юғары башҡарма һәм етәксе органы.
Remove ads
Тарихы
Төҙөлөшө
Иң тәүҙә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйестән һәм уның урынбаҫарынан, халыҡ хужалығы советы рәйесенән һәм 10 халыҡ комиссарынан торған:
- Эске эштәр халыҡ комиссары;
- һаулыҡ һаҡлау;
- ер эшкәртеү;
- халыҡ мәғарифы;
- эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһы;
- социаль тәьминәт;
- сауҙа;
- хеҙмәт;
- финанстар;
- юстиция.
Шулай уҡ Халыҡ Комиссарҙары Советында СССР-ҙың берләштерелгән сәйәси етәкселеге һәм СССР Халыҡ Комиссариаттары вәкиле булған.
Remove ads
Рәйестәре
- Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (июль 1920 — октябрь 1920)
- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (1920—1921)
- Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (1921—1925)
- Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1925—1930)
- Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (1930—1937)
- Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1937—1940)
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1940—1946)
Штаб- квартира
1920 йылдан Халыҡ Комиссарҙары Советы Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә, 1922 йылдан Өфөгә күсерелә. 1937 йылда БАССР Хөкүмәте өсөн яңы бина төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта ул тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Пушкин урамындағы 106-сы йортта урынлашҡан.[1].
Әҙәбиәт
- Касимов С. Ф. Развитие государственности Башкирской АССР в 1926—1945 годах. Уфа, 2006.
- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.) — Уфа: Китап, 2000. — 368 с.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads