Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906 йыл — 3 август 1968) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Remove ads
Биография
Фазыл Вәлиәхмәт улы Шаһимарҙанов 1906 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Мәктәптән һуң, ауылда беренселәрҙән булып ВЛКСМ сафына инә. Көтөүсе булып эшләй.
Өлкә совет партия мәктәбендә уҡый, уны тамамлағас, 1920—1930 йылдарҙа комсомолдың Өфө ҡала комитеты сәркәтибе урынбаҫары, инструктор, ВКП(б)-ның Мәсәғүт канткомы ойоштороу бүлеге мөдире була.
1931—1936 йылдарҙа — Борай район партия комитеты сәркәтибе, аҙаҡ Өфө ҡалаһының яңы төҙөлөш район комитеты сәркәтибе урынбаҫары һәм сәркәтип, Өфө моторҙар эшләү заводының партком секретары.
1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала эшләүҙе ул 1940 йылға тиклем дауам итә[2].
1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Белорет ҡалаһы Белорет-Совет округынан БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. ВКП(б)-ның XVIII съезды (1939 йылдың марты) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы кандидаты. ВКП(б)-ның XVIII конференцияһының Ҡарары менән (1941 йылдың феврале) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидаттар составынан сығарыла.
1940 йылда РСФСР-ҙың урындағы сәнәғәт наркомы урынбаҫары булһа, 1941—1944 йылдарҙа — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы рәисе урынбаҫары. 1944—1946 йылдарҙа Татар АССР-ының урындағы сәнәғәт наркомында эшләй. 1946 йылда еңел сәнәғәттең Куйбышев өлкә идаралығы башлығы итеп тәғәйенләнә.
1958 йылдан хаҡлы ялда. Пенсияға сыҡҡас, Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡортостан, Урта Азия, Украина, РСФСР райондарында лектор эшен алып бара.
Ғаиләһе: ҡатыны Мәстүрә, өс ҡыҙы. 1968 йылда вафат була.
Remove ads
Хәтер
Үрге Ҡыйғы ауылында бер урам Фазыл Шаһимарҙанов исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads