Башҡорт Самаҙыһы

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты From Wikipedia, the free encyclopedia

Башҡорт Самаҙыһыmap
Remove ads

Башҡорт Самаҙыһы, Самаҙы (рус. Башкирская Чумаза) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804003.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып Самаҙы исеме менән билдәле. 1837 йылда бында шул уҡ өйәҙҙең Абҙан, Этҡол, Ниязғол ауылдары башҡорттары ла килеп урынлашҡан. 1866 йылда 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Географик урыны

Башҡорт Самаҙыһы ауылы Самаҙы йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[2].

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 437 кеше, 1920 йылда 511 кеше тәшкил иткән[2]. 2009 йылда 518 кеше йәшәгән[4].

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (98 %) өҫтөнлөк итә[10].

Remove ads

Урамдары

  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Ханнан урамы (рус. улица Ханнана)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар

  • Йөрәктау тауы
  • Ҡашҡатау тауы
  • Ҡырла тауы
  • Ҡорһаҡ буйы
  • Сыуалташ тауы

Йылғалар

  • Күкшишмә шишмәһе
  • Теләүкәй йылғаһы[12]

Видеояҙмаларҙа

Зианчуринский район д. Самазы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads