Ейәнсура районы
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Зианчурин районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.
Remove ads
Географик урынлашыуы һәм климаты
Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35 % самаһын биләй.
Remove ads
Тарихы
1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1934 йылдың аҙағында райондың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәре, район үҙәге- Ейәнсура ауылы менән бергә Ырымбур өлкәһенә бүленеп бирелә. Шул уҡ һанда район мөһим торлаҡ пункты Ҡыуандыҡ ҡасабаһын (урындағы тимер юл станцияһы менән ҡуша) юғалтты.
Исеме
Булат Аҡмановтың «Ейәнсурамы, әллә Йәнсурамы?» тигән мәҡәләһенә («Башҡортостан», 24.01.2014) туҡталып үтмәксемен. Автор «беҙҙең районатамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы Йәнсура булырға тейештер» тигән фекерҙә. Быға дәлил итеп Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район Йәнсура тип йөрөтөлә ине, заманында был атама урыҫсанан башҡортсаға яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға йән ћүҙен әйтеүе ауырыраҡ, тимәксе. Шуға өҫтәп «сура» һүҙенә бары тик йән һүҙе генә ҡушылған исемдәр яһалыр булған тип, ошо фекерҙе раҫлаусы күп кенә миҫалдар килтерә. Бер ҡарағанда, хөрмәтле Булат ағай хаҡлы ла кеүек. Ләкин уның ейән ћүҙе менән исемдәр яһалыу мөмкинлеген инҡар итеүе менән бер ҙә килешеп булмай. Башҡортта уның Йәнсураһы ла, Ейәнсураһы ла, Йәнбайы ла, Ейәнбайы ла булған тип раҫлай алам. Бына минең «Заманалар ҡиссаһы» тигән тарихи хеҙмәтемдең геройы — Әлшәй Мәргәндең, бишенсе быуын тыуаһы буламы икән, үҙе хаҡында: «1908 йылдың 2 мартында Сурайға ҡунаҡҡа барған ваҡытта тыуғанмын. Шуның өсөн Ейәнбай тип ҡушҡандар исемде. Атаның йортонда мин — ейән. Ә паспортта Янбай тип яҙылған», — тип таныштырғайны. (Ҡарағыҙ: Быуаттар аманаты. Өфө: Китап. 2002. 353-сө бит). Тарихи документтарҙа (урыҫ телендә) Зьянгул, Джианбек, Зианбай, Джианбай, Джианчура, Дзианчура, Зианчура, Зьянчура, Зиянгул тигән («Материалы по истории БАССР», III том) әллә күпме кеше исеме теркәлгән. Хәҙер ҙә ана Иршат Зианбердин тигән бер тикшеренеүсебеҙ бар. Уның фамилияһын да мин башҡортса Ейәнбирҙин булырға тейеш тип иҫәпләйем. Шунан сығып ҡарағанда, әлеге райондың (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге элек Ейәнсура тигән ауыл да булған) исеме урыҫ телендә нәҡ ана шул Ейәнсура тигәндән Зианчурино, Зианчуринский тип алынған булыуы шик тыуҙырмай. Һәр хәлдә, «Йәнсура» булғандыр ул тигән версияны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек түгел[12].
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар. Халҡының күбеһе — башҡорттар (71,5 %)[13]
Remove ads
Билдәле шәхестәр
Хәрбиҙәр
Cәйәсмәндәр
- Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Сарбаев Раиль Салихович — Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры (2008—2010).
- Дурасов Владимир Александрович — 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙын Төҫлө металлургия министры.
- Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Солтанов Фәйзулла Вәли улы — БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- Ибраһимов Рәхим Кирәй улы — БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе
Ғалимдәр
- Аҡманов Ирек Ғайса улы — тарихсы
- Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы (18.05.1939), ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1989—2013 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал физкультура университетының кафедра мөдире. 1995-1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2005). Этҡол ауылынан[14].
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы — этнолог, антрополог
- Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.3.1929—19.06.2017), ғалим-ветеринар табип, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Иҙәш ауылынан[15].
- Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы —геолог.
- Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы (20.02.1936—19.07.1998), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың атҡаҙанған врачы. Ҡужабаҡ ауылынан (1993)[16].
- Сафин Вадим Фәтхи улы (11.04.1933), ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Яңы Себенле ауылынан[17].
- Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы — педагог-методист
- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (13.02.1924—16.01.2009), инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Ғәббәс ауылынан.
Хужалыҡтың төрлө тармаҡ алдынғылары
- Вавилов Александр Михайлович (1.01.1938), «Заветы Ильича» колхозының элекке бригадиры, Почёт Билдәһе ордены кавалеры.
- Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (20.02.1929—9.08.1994), малсылыҡ алдынғыһы. 1951—1986 йылдарҙа «Ейәнсура» совхозының өлкән һарыҡ көтөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Яңыбай ауылынан[18].
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре
Артистар
- Мәғфирә Ғәлиева
- Вәлит Илембәтов
- Рәсүл Ҡарабулатов
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (29.10.1957) — театр актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Этҡол ауылынан[19].
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы
Композиторҙар
Йырсылар
Шағирҙар һәм яҙыусылар
- Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы
- Кәримов Марат Нәби улы , Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы (13.03.1939—21.04.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, шағир. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Булат Ишемғол
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы
- Илгизәр Диҡҡәт
- Азат Абдуллин
- Чекмарёв Сергей Иванович
- Хәсән Назар
- Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы
Журналистар
- Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (2.02.1919—21.08.1991), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Үтәғол ауылынан[20].
Спортсылар
Дин әһелдәре
Remove ads
Административ төҙөлөшө
2008 йылдың ноябренә ҡарата 15 ауыл биләмәһе бар:
- Абҙан ауыл советы — Абҙан ауылы
- Әбүләис ауыл советы — Малиновка ауылы
- Байыш ауыл советы — Байыш ауылы
- Байдәүләт ауыл советы — Сирғол ауылы
- Бикбау ауыл советы — Бикбау ауылы
- Иҫәнғол ауыл советы — Иҫәнғол ауылы
- Ҡаҙанболаҡ ауыл советы — Иҙелбәк ауылы
- Муйнаҡ ауыл советы — Үрге Муйнаҡ ауылы
- Яңы Петровка ауыл советы — Яңы Петровка ауылы
- Яңы Себенле ауыл советы — Ишемғол ауылы
- Һаҡмар ауыл советы — Һаҡмар ауылы
- Һүрәм ауыл советы — Күгәрсен ауылы
- Таҙлар ауыл советы — Таҙлар ауылы
- Үтәғол ауыл советы — Үтәғол ауылы
- Яңыбай ауыл советы — Яңыбай ауылы
Remove ads
Иҡтисад
Район иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, «Агропромхимия», район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абҙан ауылдарында ремонтлана.
Remove ads
Транспорт
Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads