Батырҙар (рус фольклоры)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Батырҙар (рус фольклоры)
Remove ads

Батырҙар (рус. богатырь)- былиналар һәм хикәйәттәр геройҙары, улар ҙур көсө менән айырылып тора, дини йәки патриотик характерҙағы батырлыҡтар ҡыла. Батырҙар Русте һәм уның сиген һаҡлаған. Улар исеме менән бәйле ҡайһы бер сюжеттар тарихи ваҡиғаларға барып тоташа.

Ҡыҫҡа факттар Мифология, Урыны ...

Ғалимдар, филологтар һәм фольклорсылар улар менән ҡыҙыҡһынғанға тиклем, былиналар оҙаҡ ваҡыт телдән тапшырылған.

Ысын тарихта боронғо Русь ғәскәренең нигеҙен дружинниктар — «батырҙар», «витяздар», «баһадирҙар» — рус ерҙәренең һәм кенәздәренең хәрби элитаһы, ауыр ҡораллы атлылар һәм пехоталылар тәшкил иткән. Улар шулай уҡ административ-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә судьялар, идарасылар, һалым йыйыусылар, илселәр һ. б. булараҡ ҡулланыла алған.

Remove ads

Этимологияһы

Тел белгесе Макс Фасмер фекеренсә, «богатырь» һүҙе (богатырь — боронғо урыҫ һүҙе)) боронғо төрки теленән үҙләштерелгән: *baɣatur (бынан венгр теле>ндә bátor «ҡыйыу»), дунай-болғ. βαγάτουρ, төрөк, сығатай — batur «ҡыйыу, хәрби етәксе», ҡырғыҙ. баатыр «герой», «ҡыйыу», шор. paɣattyr «герой», монг. bagatur, ҡалмыҡ. bātr̥, шулай уҡ Сыңғыҙхан һәм Аҡһаҡ Тимер заманынан алып армияла айырым хәрби ҡаҙаныштары өсөн почетлы багатур ҡушаматы була. Иран йәки һинд-иран телендәге *baɣapuϑraҙың, Фасмер фекеренсә, килеп сығышын аңлатыу бик шикле[1]. Күп кенә белгестәр термин (боронғо) төрки этимологияһына ҡара, тип иҫәпләй[2][3][4][5][6].

Ҡайһы бер көнбайыш тикшеренеүселәре монгол-төрки сығышлы тигән версияны хуплай. Сығанаҡтарҙа яҙыуҙың төрлө версиялары билдәле: bahadar, bahadir, bahadur, batur, batyr, bator[7]. Көнсығыш термины урыҫ телендә XV быуаттан да алдараҡ ҡулланылмаған тип иҫәпләнә"[8][9].

Был термин боронғо рус теленә генә түгел, башҡа телдәргә лә: поляк, фарсы, венгр телдәренә лә үҙләштерелгән. Ҡайһы бер этимологтар фекеренсә, туған булмаған телдәрҙәге оҡшаш һүҙҙәр үҙаллы барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй.

Remove ads

Өйрәнеү һәм сығанаҡтар

Thumb
Михаил Врубель — Батыр (1898)

Рус былиналары тәүге тапҡыр 1804 йылда Андрей Якубович тарафынан «Кирша Даниловтың боронғо рус шиғырҙары йыйынтығы» составында баҫылып сыға. Кирша Данилов 1740-сы йылдарҙа Демидовтар заводтарында эшләгән һәм шул саҡта уҡ Калайдович ҡулына эләккән ҡулъяҙмаһын төҙөгән тип иҫәпләнә. Былиналар менән бер рәттән, уның йыйынтығына тарихи йырҙар һәм мәҙәктәр ҙә ингән, шуға ла уны цензура иҫкәрмәләренән башҡа баҫтырып сығарыу мөмкин булмаған. 1818 йылда Кирша Данилов коллекцияһының икенсе, тулыраҡ баҫмаһы донъя күрә. Уны билдәле филолог Константин Калайдович әҙерләй.

Әммә Рәсәйҙә былиналарҙы планға ярашлы йыйыу XIX быуат уртаһында ғына башлана, бының өсөн фәнни экспедициялар ойошторола башлай. Был ваҡытта уларҙы йыйыусылар һәм нәшер итеүселәр араһында Павел Николаевич Рыбников (1832—1885) һәм Александр Фёдорович Гильфердинг (1831—1872) иң абруйлыларҙан була.

Рус баһадирҙары һәм витяздары образдары билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, мәҫәлән, Михаил Александрович Врубель ижадында киң сағылыш таба. Уның «Батыр» декоратив панноһын, йәки Виктор Михайлович Васнецовтың — «Батырҙар» картинаһын (уны 20 йылға яҡын ижад итә) миҫал итеп килтерергә мөмкин.

Баһадирҙарға уртаҡ сифаттар: көс һәм йәшлек хас. Былиналарҙа «ҡарт казак» Илья Муромец тураһында йыш әйтелһә лә, бында ҡарт кеше тураһында һүҙ бармай, ә бары тик өлгөрөп еткән, хәрби эштәрҙә тәжрибәле тигәнде аңлата.

Образы

Thumb
«Яугир яланда», В. М. Васнецов, 1914

Хәрби һәләттәр һәм әхлаҡ рус баһадирының төп һыҙаттары булып тора, тик физик һәләттәре генә етмәй, геройҙың бөтә эшмәкәрлеге дини-патриотик характерҙа. Дөйөм алғанда, халыҡ үҙенең батырҙарын идеаллаштыра. Физик сифаттарын арттырып сағылдыра: көс, етеҙлек, һәлмәк атлау, көслө тауыш, оҙайлы йоҡо. Улар баһадирҙар категорияһына инмәгән башҡа ҡот осҡос гиганттар һымаҡ ашамһаҡ, мәскәй түгел.

Remove ads

Төркөмләү

Оло баһадирҙар

Кесе баһадирҙар

Киев Русе баһадирҙары

Святогор

Микула Селянинович

Вольга Святославич, йәки Волх Всеславич

Сухан, йәки Сухмантий, йәки Сухман Дамантиевич

Колыван

Дунай Иванович

Илья Муромец

Алёша Попович

Добрыня Никитич

Михаил Потык йәки Поток

Иван Гостиный сын

Хотен йәки Горден Блудович

Соловей Будимирович

Иван Данилович и Ставр Годинович

Татар-монгол һөжүме һәм иҙеүе осоро баһадирҙары

Евпатий Коловрат

Александр Пересвет

Башҡа рус баһадирҙары

«Ситтән килгән баһадирҙар»

Богатыри новгородского типа

Белорус баһадирҙары

Карел баһадирҙары

Кинематографта

Йәнһүрәттәр

Фильмдар

  • Александр Невский (1938)
  • Кащей Бессмертный (1944)
  • Садко (1952)
  • Илья Муромец (1956) Отреставрирован на «Мосфильме» в 2001 году
  • Финист — Ясный Сокол (1975)
  • Василий Буслаев (1982)
  • Дружина (телесериал) (2015)
  • Сторожевая застава (2017)
  • Легенда о Коловрате (2017)
  • Последний богатырь (2017)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Великан
  • Герой
  • Багатур

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads