Белембай (Свердловск өлкәһе)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Белембай (Свердловск өлкәһе)map
Remove ads

Белембай (рус. Билимбай)— Свердловск өлкәһе Первоуральск ҡала округына ингән ҡасаба (2004 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба) Транссибирь магистраленең тимер юл станцияһы (Пермь - Екатеринбург участкаһы).

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһы ҡала округы составында булған Белембай ҡасабаһы Билимбаиха йылғаһының тамағында, Чусыу йылғаһы буйында, Урал һыртының көнбайыш битләүендә, Екатеринбургтан төньяҡ-көнбайышҡа 60 саҡрым, Первоуральск ҡалаһынан 9 саҡрым (автомобиль юлы буйлап 12 км) алыҫлыҡта урынлашҡан . Ҡасаба эсендә Билимбаиха йылғаһы Белембай быуаһын барлыҡҡа килтерә[2].

Билимбаиха йылғаһы ҡасабаны ике өлөшкә бүлә. Көньяҡ яҡтан ҡасаба Чусыу, көнсығыш һәм көнбайыш яғынан—ылыҫлы урман, төньяҡ яҡтан Белембай быуаһы (уның оҙонлоғо 5 саҡрым, киңлеге урыны менән саҡрым тирәһе) менән уратып алынған. Ҡасабаның климат шарттарын, һыуыҡтар һәм йәй аҙағында булған тумандар булғанға, халыҡтың һаулығы өсөн уңайлы тип танырға ярамай. Тупраҡ көнбайыш өлөштә балсыҡ һәм урыны менән һаҙлыҡлы, ә көнсығыш өлөшөндә - ташлы[3].

Remove ads

Этимологияһы

"Белембай" атамаһы башҡорт йәки татар антропонимынан (шәхси ир-егеттәр исеменән) килә тиҙәр. Тәүҙә Билимбаиха йылғаһы, һуңынан ҡасаба исеме барлыҡҡа килгән[4].

Тарихы

1729 йылда приказчик Григорий Бушуев Билимбаиха йылғаһы буйында, тимер мәғдәндәре таба һәм эргәһендә завод төҙөлөшө өсөн урын һайлай.

Белембай сиктәрендә етерлек күләмдә төҙөлөш материалдары, шулай уҡ етештереү өсөн кәрәкле башҡа күп нәмәләр була. Территорияның өстән ике өлөшөн тиерлек бик ҙур урмандар массивтары биләгән- 71 мең десәтинә, 57 мең десәтенә ағас күмер етештереү өсөн төп материал булған.

Белембай заводы плотина системаһы буйынса, йылға ҡеүәтен файҙаланыусы металлургия заводы кеүек төҙөлә. Тарихсы Николай Корепановтың мәғлүмәттәре буйынса, генерал В.И. Генин домнаның һыҙмаһын үҙе әҙерләгән, Белембайҙа тәүге мейескә нигеҙ һалыу өсөн домен өйрәнсеген Борис Масленниковты оҙата. Быуаның майҙаны һәм эргә-тирәләге өлөшө биләмәнең структур-ойошторолоусы һәм архитектур үҙәкте тәшкил иткән.

Белембайҙың нигеҙләү көнө булып 1734 йылдың 17 июне иҫәпләнә. Тап ошо көндө 1733 йылдың яҙында төҙөлә башлаған Белембай заводының тәүге суйыны донъя күрә.

  • 1738 - Богоявления хаҡына ағас сиркәү һалына.
  • 1774 - сиркәү Пугачев ихтилалы ваҡиғаларында янып бөтә.
  • 1775 - йәнә ағас сиркәүе һалына.
  • 1796 - ағас сиркәү яна.
  • 1805 - завод госпитале асыла.
  • 1812-1814 - Наполеонға ҡаршы һуғышта рус армияһы өсөн пушкалар, бомбалар һәм башҡалар етештерелә.

Строгановтар мәктәп асалар. Белембай заводындағы мәктәп Уралда беренсе шәхси мәктәптәрҙен береһе булған. XIX быуаттың икенсе яртыһында Белембайҙа ике өс йыллыҡ земство мәктәптәре һәм граф училищеһы булдырыла. Ул белгестәр әҙерләгән, мәктәп-уҡыу йорто, бай китапханаһы булған. Строгановтар уҡыусыларҙың уҡыу барышын һәм өлгәшеүен иғтибар менән күҙәткәндәр.

  • 1824 йылда Белембай император Александр I булып китә.
  • 1858 йылда Белембай заводы Уралдың иң эре суйын иретеү заводтарына инә. Белембай заводы иретелг суйын һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй.
  • 1862 йылда 300 урынлыҡ театр асыла, театр актерҙары—завод хеҙмәткәрҙәре була.
  • 1899 йылда Д. И. Менделеев ҡасабала була. Халыҡ иҫәбен алыу: Белембай районында 10000-дән ашыу кеше йәшәй.
  • 1908 йылда ҡасабала электр уты үткәрелә.
  • 1909 йылда тимер юл станцияһы асыла.
  • 1914 йылда, биләмә үҙәге булараҡ, Белембай статистика буйынса, Екатеринбургтан һәм Красноуфимскиҙан ҡала 3-сө урын биләй.
  • 1917 йылда заводты национализациялау һәм уны Белембай эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттарының советына тапшырыу була.
  • 1934 йылда Изге Троицк сиркәүе хеҙмәттен туҡтата. Сиркәү урынына мәҙәниәт йорто һәм кинотеатр эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белембайҙа "БИ-1" беренсе совет реактив самолёты төҙөлә. 1941 йылдың 7 ноябрендә Белембай ҡасабаһына Химки ҡалаһынан 293-сө завод эвакуациялана.

  • 1941-1955 йылдарҙа Белембай Белембай районы үҙәге була.
  • 1943 йылда самолетты яһау буйынса завод бөтөрөлә.
  • 1944 йылда Белембай заводы йәнә эшләй башлай, халыҡ хужалығы өсөн суйын торбалары етештерә башлай.
  • 1955 йылда Белембай районы Первоуральск районы составына инә.
  • 1973 йылда Белембай заводы эшләүҙән туҡтатыла.
  • 1991 йылда Изге Троицк сиркәүендә хеҙмәттәр тергеҙелә.
Remove ads

Халыҡ

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Структура

2002 йылдың халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса милли состав ошондай: рустар, татарҙар [7]. 2010 йылдың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала: ирҙәр   2777, ҡатын-ҡыҙҙар  3267[8].

Инфраструктура

Белембай ҡасабаһында клуб (мәҙәниәт йорто), китапхана, полиция пункты, янғын бүлеге, шулай уҡ почта һәм "Сбербанк" бүлексәләре эшләй. Ҡасабала 3 уҡыу йорттары эшләй: 22-се мәктәп, 31-се мәктәп-балалар баҡсаһы һәм 75-се балалар баҡсаһы. Ҡасаба халҡына медицина ярҙамын 8-се Белембай дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Дарыуҙар менән халыҡты 72-се дарыухана тәьмин итә. Дауахана эргәһендә ашығыс ярҙам хеҙмәте эшләй. Шулай уҡ ҡасабала ветеринария участкаһы ла эшләп килә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads