Блэк-Хилс

From Wikipedia, the free encyclopedia

Блэк-Хилсmap
Remove ads

Блэк-Хилс (ингл. Black Hills  — «ҡара ҡалҡыулыҡтар») — АҠШ-тың Урта Көнбайышында Бөйөк тигеҙлектәрҙең төньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Дакота штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Вайоминг штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тауҙар[2][3] (һырт). Массивтың иң бейек нөктәһе Харни-Пик тауы (2208 м).

Ҡыҫҡа факттар Тау һырты, Дәүләт ...

Блэк-Хилс исемен лакота индеецтары биргән, уларҙың телендә Паха-Сапа — ҡара ҡалҡыулыҡ (уба). Лакота һәм шайен индеец ҡәбиләләре өсөн изге урын булып тора.

1874 йылда Джордж Армстронг Кастер етәкселегендәге экспедиция тарафынан алтын табыла. АҠШ хөкүмәте бында йәшәгән индеецтарҙың 1876 йылдың 1 февраленә тиклем махсус агентлыҡтарға килеүен талап итеп ультиматум сығара, артабан улар резервацияға ебәрелә. Был талап килешеүгә нигеҙләнгән, ул Ларами фортындағы килешеү (1868) Ҡара ҡалҡыулыҡтар (Блэк-Хилс) индеецтар резервацияһының бер өлөшө булып китә һәм тик индеецтарға файҙаланыуға тапшырыла. Был ваҡиғалар Ҡара ҡалҡыулыҡтар өсөн һуғышҡа килтергән.

Блэк-Хилс тауҙарында Рашмор тауы һәм Ярһыу Ат Мемориалы урынлашҡан. Шулай уҡ Блэк-Хилс районында йыл һайын бөтә донъя мотоциклсыларының йәйге раллиһы үтә, ул Стурджиста мотоцикл раллиһы булараҡ билдәле[4].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads