Борай районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Борай районы
Remove ads

Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.

Remove ads

Географияһы

Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.

Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м³. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м³ булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Remove ads

Иҡтисад

Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.

Транспорт

Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.

Соцаль-мәҙәни өлкә

Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.

Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәр

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads