Буланкин Дмитрий Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Буланкин Дмитрий Александрович (1978 йылдың 8 авгусында(19780808), Пенза ҡалаһында тыуған) — спортсы (боҙҙа мотоуҙышсы). Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Рәсәй спорт туризмы министрлығының № 6-н-г приказы менән Буланкин Дмитрий Александровичҡа 2010 йылдың 9 февралендә «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелә.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Буланкин үҙ атаһының тәрбиәләнеүсеһе.

Мин Пензала йәшәнем. Атайым уҙышсы ине, мин тәү башлап ун өс йәштә үҙемде боҙҙа һынап ҡараным. Оҡшаны. Бер яҡтан ҡарағанда, бик киҫкен хәрәкәтле спорт төрө, ә икенсе яҡтан, боҙҙа уҙыш һуҡмаҡ буйлап уҙышҡа ҡарағанда, хәүефһеҙерәк. Һәм 1996 йылда уҡ мин Рәсәй ярымфиналына сыҡтым. Унда унынсы урынды яуланым, спорт мастерлығына кандидат нормаһын үтәнем. Аҙаҡ армияла хеҙмәт иттем, шунда беренсе тапҡыр Өфөгә килеп эләктем. Хеҙмәтемде тамамларға.

http://vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=3&n_id=78

2000 йылдан алып Ғ. Ф. Ҡадиров исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай. Башҡорт физик культура институтын тамамлаған (2008). РОСТО тəрбиəлəнеүсеһе (Пенза; тренеры В. Г. Шумилин). Донъя (2004), Европа (2003—04, 2006, 2009) һəм Рəсəй (2006) шəхси чемпионаттары еңеүсеһе, Рəсəй Кубогын (2008) һəм Ролоф Тайс кубогын (Нидерланд, 2000) яулаусы, Ғ.Ф.Ҡадиров мемориалы еңеүсеһе (2003—04). Рəсəй команда чемпионаттары еңеүсеһе (2002—09, 2014). Үҫмер спортсылар араһында Рəсəй чемпионатының бронза призёры (1999). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 йылдан). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2004).

Remove ads

Һылтанмалар

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003)
  • «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» (2010)
  • Салауат Юлаев ордены (2004)

интервью(недоступная ссылка)

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads