Салауат Юлаев (орден)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Салауат Юлаев (орден)
Remove ads

Салауат Юлаев ордены — Башҡортостандың дәүләт наградаһы (бүләге)

Ҡыҫҡа факттар Ил, Награда төрө ...
Remove ads

Тарихы

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Президенты Указы менән 1998 йылда булдырылған. Ул башҡорт халҡының милли батыры исемен йөрөтә.

Ордендың беренсе кавалеры — Ейәнсура районының «Инәк» хужалығы механизаторы Буранғолов Ирек Зөлҡәрнәй улы, уға был награда 2000 йылдың 2 октябрендә тапшырыла.

Һүрәтләнеше

Орден көмөш йә көмөш менән нейзильбир иретмәһенән эшләнә. Ете ослоҡло йондоҙ ҡырланған нурҙар менән биҙәлгән. Ордендың уртаһындағы диаметры 50 мм ҙурлыҡтағы түңәрәк медальонға аҡ эмаль менән Салауат Юлаевтың барельеф һүрәте төшөрөлгән. Медальон үҙе алтын ялатылған рельефлы орнамент менән уратып биҙәлгән.

Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр)

Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр.

Бүләкләнеү өсөн нигеҙҙәр

  1. Һөҙөмтәле һәм уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге;
  2. Кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ;
  3. Сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары;
  4. Ғилми һәм фәнни-тикшеренеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар;
  5. Мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәттәге юғары ижади күрһәткестәр;
  6. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар;
  7. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә уңыштар, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙемлек.
Remove ads

Бүләкләү тәртибе

Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads