Вағаршапат

From Wikipedia, the free encyclopedia

Вағаршапатmap
Remove ads

Вағаршапат (әрм. Վաղարշապատ) — Әрмәнстандың Армавир өлкәһендәге ҡала, илдең иң әһәмиәтле мәҙәни һәм дини үҙәктәренең береһе.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Марз ...
Remove ads

Этимологияһы

Вардкесаван ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем II быуатта уҡ булған; атамаһы шәхси исемдән яһалған һәм әрмәндәрҙең аван, йәғни «ауыл» мәғәнәһенән алынған. 140 йылда Вагаршак исемле батша ауылды диуар менән уратып алынған һәм уға Вағаршапат тигән үҙ исемен — «Вагарш ҡалаһы» (фарс. апат, абад «ауыл, ҡала») биргән[2]. II—IV быуатта Бөйөк Әрмәнстандың баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә 303 йылда төҙөлгән собор тора, риүәйәттәргә ярашлы, Әүлиә Григорийға Ғайса пәйғәмбәр килә. Был ваҡиға иҫтәлегенә собор Эчмиадзин — туранан-тура тәржемәлә «инан» тигән исем ала. 1945 йылда Вағаршапат Әрмән апостол сиркәүенең Бөтә Әрмән католикосы резиденцияһынды йәшәгән кеше хөрмәтенә Эчмиадзин монастыры итеп үҙгәртелә (әрм. Էջմիածին). 1992 йылда элекке исеме ҡайтарыла, әммә ике атама ла берҙәй ҡуллана.

Remove ads

Географияһы

Эчмиадзин ҡалаһы Арарат тигеҙлегендә, Эчмиадзин тимер юл станцияһынан 15 саҡрым йыраҡлыҡта, Еревандан 30 саҡрым көнбайышҡараҡ урынлашҡан. Халыҡ һаны 57,5 мең кеше (2010).

Тарихы

Thumb
Эчмиадзин, йәки 1723 йылғы картала Учкилис. Авторы Гийом Делиль.

Батша Вагарш I[3] беҙҙең эраның II быуат башында, Вардкесаван ауылы урынында Бөйөк Әрмәнстандың яңы баш ҡалаһына нигеҙ һалған. Баш ҡала Әрмән апостол сиркәүенең дини үҙәге һаналған.

Яңы заманда ҡала Учкилис тигән төрки атама аҫтында танылыу ала, ул «өс сиркәү» тигәнде аңлата[4][5].

Иҡтисады

Совет власы осоронда Эчмиадзинда пластмассалар заводы, тимерҙән эшләнгән көнкүреш әйберҙәре, әрмән производство берекмәһе «Электрон»дың филиалы, «Армсувенир» берекмәһе филиалы эшләй. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте (шарап заводы, консерва заводы һ. б.), Приборҙар етештереү заводы (ҡалала уны «вертолет заводы» тип йөрөтәләр), төҙөлөш материалдары етештереү заводы һ.б. була.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

Бында Клуб-китапхана техникумы, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Әрмән дәүләт картиналар галереяһының филиалы, шағир М. И. Иоаннисяндың йорт-музейы, композитор Г. С. Комитас музейы бар.

1995 йылдан Эчмиадзинда «Лусаворич Григор» университеты, шулай уҡ уға ҡараған лицей һәм медицина колледжы эшләй.

Эчмиадзин ғибәҙәтханалары

Эчмиадзин — әрмән апостол сиркәүенең тарихи үҙәге. Ҡалала католикос монастыры резиденцияһы, Эчмиадзин кафедраль соборы, дини уҡыу йорттары урынлашҡан. Ҡәҙимге базиликҡа оҡшатып эшләнгән собор 303 йылда, Әрмәнстанда дәүләт дине итеп христианлыҡ индерелгәс төҙөлгән, V һәм VII быуаттарҙа яңынан үҙгәртеп ҡорола. Манараһы — 1653—58 йылдарҙа, ризницаһы 1869 йылда төҙөлә.

Собор интерьерында XVII һәм XVIII быуатта (Нагаш Овнатан), шулай уҡ XVIII быуат (О. Овнатанян) аҙаҡтарында эшләнгән фрескалар урын алған. Монастырь комплексына ашау бүлмәһе (XVII быуаттың беренсе яртыһы), ҡунаҡхана (XVIII быуат уртаһы), католикос йорто (1738—41), мәктәп (1813), таш һыу ятҡылыҡтары (1846) һәм башҡа ҡоролмалар инә. Совет осоронда күпләп торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары төҙөлә.

Эчмиадзинда Рипсимэ (618) ғибәҙәтханаһы, өс аркалы гавит менән (1683) Гаянэ базилик манараһы (630, 1652 йылда яңынан үҙгәртеп ҡоролған), Шокагат сиркәүе (1694) урын алған. Соборҙа урта быуат һынлы сәнғәт әҫәрҙәре музейы (1955 йылда төҙөлгән) урынлашҡан.

Thumb
Thumb
Thumb
Эчмиадзин кафедраль соборы, IV быуат, V быуатта үҙгәртеп ҡоролған Изге Гаянэ сиркәүе, 630 йыл Изге Рипсимэ сиркәүе, 618 йыл
Remove ads

Туғандаш ҡалалары

  • Рәсәй флагы Петрозаводск, Рәсәй
  • Украина флагы Каменец-Подольский, Украина
  • Франция флагы Иссь-ле-Мулино, Франция
  • Рәсәй флагы Сергиев посад, Рәсәй (2010 йыл)
  • АҠШ флагы Преста, АҠШ
  • Рәсәй флагы Санкт-Петербург, Рәсәй

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads