Валмиера
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Валмиера (лат.Valmiera, русса тарихи атамаһы Вольмар, нем. Wolmar) — Латвияла республика ҡарамағындағы ҡала.
Халҡы һаны — 23,4 мең кеше (2015).
Remove ads
Географияһы
Ҡала Гауя йылғаһы ярында, Риганан 100 км һәм Эстония сигенән 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
Ҡаланың атамаһы Вольдемар (Владимир) исеменән барлыҡҡа килгән. Ҡала башта кемдең исемен йөрөткәнлеге тураһында бер нисә версия бар. Беренсе версия псков кенәзе Владимир менән бәйле, уны Рига епископы Альберт Идумеяла судья итеп тәғәйенләй. Икенсе версия Данияның короле Вальдемар тураһында һөйләй, ул күктән ебәрелгән байраҡ ярҙамында алышта еңеү яулай.
Быуаттар дауамында ҡаланың исеме документтарҙа төрлөсә яҙыла: Владимир, Володимер, Владимирец, Володимерец, Владимирец Ливонский, Wolmaria, Wolmahr, Waldemer, Wolmar һәм Вольмар. Мәҫәлән, Иван Грозный литва коменданты Александр Полубинскийға яҙған хатында ҡаланы «Владимир» тип атай (1577 йылда рус ғәскәренә ҡәлғәне тапшыра).
1491 йылдың 30 мартында ҡалала Вольмар килешеүе төҙөлә.
1819 йылдан алып 1949 йылға тиклем — Вольмар өйәҙенең административ үҙәге.
Remove ads
Халҡы
2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡының һаны 23 432 кеше тәшкил итә[8].
Милли составы
1989 һәм 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы һәм 2015 йылдың башындағы баһа буйынса милли составы[9][10][11]:
Транспорты
Тимер юл транспорты
Рига — Лугажи тимер юлы линияһында Валмиера станцияһы
Автомобиль юлдары
Төп юлы A3 Инчукалнс — Валмиера — Валка (Эстония сиге) ҡала эсенән үҙәген урап үтә. Ҡаланан төбәк юлдар P16 Валмиера — Матиши — Мазсалаца, P17 Валмиера — Руиена — эстон сиге (Угурини), P18 Валмиера — Смилтене һәм P20 Валмиера — Цесис — Драбеши китә
Спорты
Баскетбол буйынса Латвия чемпионатында Валмиераны шул уҡ исемдәге команда күрһәтә
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads