Дания

From Wikipedia, the free encyclopedia

Дания
Remove ads

Дания короллеге (дан. Kongeriget Danmark)  — Европаның төньяғында, Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре буйындағы дәүләт, Ютландия ярымутрауында һәм бер нисә бәләкәй утрауҙа урынлашҡан. Ил атамаһы герман ҡәбиләһе — дандар исеменән килә.

Дания Короллеге
Kongeriget Danmark
Ҡалып:Дания байрағы Thumb
Дания байрағы Дания гербы
Thumb
Милли девиз: «Guds hjælp, Folkets kærlighed, Danmarks styrke (Аллаһ ярҙамы, халыҡ һөйөүе, Данияның көсө)»
Гимн: Дания гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған VIII быуат
Рәсми телдәр Дат, шулай уҡ гренланд Гренландияла һәм фарер Фарер утрауҙары, көньяҡ Данияла — немец теле.
Баш ҡала Копенгаген
Иң ҙур ҡалалары Копенгаген,
Орхус,
Оденсе
Идара итеү формаһы конституцион монархия
Монарх
Дания Премьер-министры
Фолькетинг рәйесе
Фредерик X
Метте Фредериксен
Сөрен Гаде
Территория
  • Барыһы
   % һыу.
130 урын
43 094 [1] км²
1,6
Халыҡ
  • Барыһы (2011)
  Тығыҙлыҡ
110 урын
5 587 085 кеше
126,4 кеше/км²


Валюта дания кронаһы (DKK, код 208)
Интернет-домен .dk
Телефон коды +45
Сәғәт бүлкәте UTC +1
(аудио)
(аудио)
Дания гимны
noicon
Помощь по воспроизведению

Дания Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ны һәм Арктика кәңәшмәһе ойоштороусыларҙың береһе һәм уның ағзаһы.

Remove ads

Географик мәғлүмәт

Дания — скандинав илдәренең иң көньяҡтағыһы, Швециянан көньяҡ-көнбайышта, Норвегиянан көньяҡта. Ер өҫтөнән көньяҡтан Германия менән сиктәш һәм унан төньяҡта урынлашҡан ҙур ғына Ютландия ярымутрауынан тыш тағы ла 409 утрауҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында Фюн, Зеландия, Фальстер, Лоллан, Венсюссель-Ти һәм Борнхольм исемлеләре киңерәк билдәле.

Балтик диңгеҙе һәм Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Remove ads

Дәүләт ҡоролошо

Дания короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Дания Короллеге - Конституцион монархия.

Башҡарма власть

Дания короле (королеваһы) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты эштән бушатыу хоҡуғына эйә.

Суд власы

Дания короллеге юғары суды.

Закондар сығарыу власы

Фолькетинг — Дания короллегенең юғары закондар сығарыу органы.

Remove ads

Данияныӊ биләмә ҡоролошо

Thumb
Данияныӊ биләмә ҡоролошо
Ентеклерәк мәғлүмәт №п/п, Регион ...

Баш ҡала

Копенгаген урында XII быуатта кескенә генә ауыл була, уны епископ Аскалон төҙөгәндән һуң, 1167 йылда нығытылған пунткка әйләндерә. 1254 йылда Купенан беренсе ҡала өҫтөнлөктәрен ала. 1416 йылда Эрик Померан ҡаланы яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы итә.

Графтар һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡаты ҡамалышы кисерә, ә 1658-1659 йылдарҙа шведтарға ҡаршы һуғышта ҡыйыулыҡ менән көрәшә.

1807 йылда Копенгаген инглиздәрҙең бомбаға тотоуынан көслө зыян күрә, ә алты йылдан һуң уның янында Копенгаген бәрелеше була.

2011 йылда Копенгаген Monocle британ журналы төҙөгән донъяның иң яҡшы 25 ҡалаһы рейтингында өсөнсө урын алды (беренсе урында – Һельсинки, икенселә – Цюрих).

Данияның баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең 37 проценты велосипед менән файҙалана. Әммә Копенгаген хакимиәте әлеге һөҙөмтәнән ҡәнәғәт түгел: улар 2015 йылға тиклем ҡала халҡының 50 процентын велосипедҡа ултыртырға ниәтләй[3].

Thumb
Кристиансборг һарайы - Данияның парламенты - Фолькетинг йорто.
Remove ads

Дания иҡтисады

Thumb
Lego элементтары The Lego Group менән етештерелә. Штаб-фатир Биллуннда, Дания.

Донъя банкы классификацияһы буйынса Дания - юғары үсешле ил гибрид иҡтисады менән.[4] Бер кешеғә эске тулайым продукт (Һатып алыу мөмкинлеге паритеты нигеҙендә) буйынса 18-се урында.[5][6]

Thumb
Дания сусҡасылыҡ буйынса Европа Берлешмәһендә алдынғы урында .[7]

1945 йылға тиклем һөрөлгән ер булыуына сәбәпле Дания аграр ил булған. 2006 йылда сәнәғәт тармағы иҡтисадтын 25% тәшкил итә, ә ауыл хужалығы өлөшө 2%-ҡа кәмеғән [8] Ҙур ролен ҡорос, металлургия, химия, фармацевтика уйнай. Дания аҙыҡ-түлек һәм энергия буйнса нетто-экспортер. Уныӊ түләү балансы ыңғай [9]

Тәбиғи ресурстары аҙ булыуы сәбәпле Дания иҡтисады кеше потенциалына таяна. Иҡтисадтын һеҙмәтләндереү секторы биҡ ҙур. Минималь эш хаҡы юҡ.

Тәбиғи ресурстары аҙ булыуы булһала Дания үҙене тулыһынса тәбиғи реурстар менән тәьмин итә. Һуӊғы йылдарҙа Төнъяк диӊгеҙенеӊ шельфында, Данияныӊ иҡтисады зонаһында нефть табылды. Данияла нефть шулай уҡ Ютландияныӊ көнсығышында бар. Дания нефтте, тәбиғи газды етештерә. Электр энергия ел һәм биоэнергия аша етештерелә.

Экспорттын төп продукцияһы - машиналар төҙөү, приборҙар һәм йығаҙ, ашамлыҡ.

АҠШ Данияныӊ сауҙа балансыныӊ 5% тәшкил итә. АҠШ Данияға самолёттар, компьютерҙар, машиналар һата. Дания АҠШ-ҡа сәнәғәт йығаҙ, химия сәнәғәте продукцияһы, фармацевтика продукцияһын ебәрә.

Данияла түбән инфляция, банктарҙа түбән процент ставкалар һәм тотороҡло милли валюта. Эшһеҙлек – 5%.

Транспорт яҡтан иӊ күп йөк флот аша ташырыла. Дания донъяныӊ күп илдәр менән бәйләнештә тора. Ауыл хужалығы үҙгәрелә.

Дания брендтар араһында: MYC4, DONG Energy, «Лего», Maersk, Scandlines. Scandlines ойошмаһы Данияны Германия менән, Данияны Швеция менән тоташтырған паромдар хужаһы 2011йылында 167 миллион евро килем күрһәтте. Лонанн утрауҙан Фемарн утрауға тиклем бер кеше үтеү юл хаҡы – 12 евро [10].

Remove ads

Башҡортостан менән бәйләнештәре

Башҡортостан менән Дания араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2014 йылда 84,5 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 87 проценты (73,5 миллион доллар) — экспортҡа, 13 проценты (11 миллион доллар) импортҡа тура килә[11].

Данияныӊ транспорты

DSB ойошмаһы - Данияныӊ тимер юлында монополист.

S-tog cистемаһы

Thumb
S-tog

Данияныӊ тимер юлдарыныӊ күп өлөшө -S-tog Копенгаген агломерацияһын хеҙмәтләндерә. Агломерацияға Копенгаген, Хиллерёд, Клампенборг, Фредерикссунн, Фарум, Хёе-Тоструп һәм Кёге инә.

S-tog cистемаһы оҙонлоғо - 170 км, 85 станция (1 ер аҫтында). Көн һайын S-tog меӊ кеше ташый. Система DSB ойошмаһы составында. S-tog cистемаһы маршруттары:

Күперҙәр

Thumb
Оло Бельт күпере
Thumb
Эресунн күпере — Эресунн боғаҙы аша Данияны (Зеландия утрауы) һәм Швецияны тоташтырыусы юл. Балтик диңгеҙе.
Remove ads

Байрамдар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads