Вардё

From Wikipedia, the free encyclopedia

Вардёmap
Remove ads

Вард (норв. Vardø ) — Норвегиялағы ҡала һәм коммуна .

Ҡыҫҡа факттар Этнохороним, Дәүләт ...

Remove ads

Географияһы

Варде фюлькала (административ берәмектә) Финнмарк — Варангер ярымутрауында, Норвегияның иң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Варяг ҡултығының төньяғында оҙонса Варде утрауында (оҙонлоғо 6 км) урынлашҡан.


Халыҡ

2008 йылдың 1 ғинуарына Нарвегияның үҙәк статистика бюроһы мәғлүмәте буйынса, ҡала халҡы 1930 кеше иҫәпләнә.[9] Халҡтың төп массаһын норвегиялар тәшкил итәләр.

Транспорт

Ҡала Бөтә Норвегия шоссе юлдары системаһы менән бәйле. Утрау менән материк араһынан туннель һалынған.

Ҡалала (материк өлөшөндә) аэропорт эшләй.

Ҡаланың портына Хюртирутанан пассажир йүнәлешендәге ҡараптар инә.

Хужалыҡтағы әһәмиәте

Гавань, порттар, балыҡ сығарыу функциялар бар. Шунда уҡ Вардехюс, йәки Вардегуз (Vardøhus) — Норвегияның һәм донъяның иң төньяҡ урта быуаттарҙан ҡалған ҡәлғә урынлашҡан. Ҡәлғәлә, климатик сәбәптәр арҡаһында Вардела бик аҙ булған бер ағас үҫә, уны һыуыҡтан һәм елдән һаҡлап һәр ҡыш һайын урайҙар.?

Globus радары

1998 йылдан алып ҡалала Globus II (AN/FPS-129 «Stare Have») радары урынлаша. Радарҙың бурысы, Ер эргәһендә осоп йөрөгән суп - сарҙар артынан ҡарау.

Thumb
II Радар Globus

Әммә, радар Рәсәй сигенә яҡын булғас һәм, Варде радарының американың ракеталарға ҡаршы булған оборона системаһы менән бәйле булыу ихтималы өсөн, станция Рәсәй менән Норвегия араһында дипломатик бәхәскә сәбәп булды[10]. Рәсәй яғы, станцияның баш бурысы - ул баллистик ракеталарының ебәрелеуе артынан ҡарау, - тип һанай.[10]. Күрәһең, радиолокация станцияһы ПРО АҠШ милли мәнфәғәтендә ҡулланыла ала, был, үҙ сиратында, ПРО-72 килешеүен туранан-тура боҙоу булып тора [11].

2017 йылдың майында Вардела тағы ла көслөрәк Globus III радарының монтажы башлана[12].

Remove ads

Вардехус Ҡәлғәһе

Вардела 13-14 быуаттан тарихы күҙәтелгән Вардехус ҡәлғәһе урынлашҡан. Егерменсе быуатта ла ҡәлғә үҙ ролен Икенсе донъя һуғышында уйнай һәм әҙерәк төрмә булып торҙо. Әлеге ваҡытта ул туристар өсөн иҫтәлекле урын.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads