Васильев Павел Ефимович

Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Васильев Павел Ефимович (14 ғинуар 1909 йыл — 29 июль 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. Артабан партия һәм хужалыҡ эшмәкәре: хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Павел Ефимович Васильев 1909 йылдың 14 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка ауылында[3] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — сыуаш. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1931 йылда Өфө педагогия техникумын тамамлай. Төрлө партия вазифаларында эшләй.

1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнаша.

1945 йылдың 14 авгусында япондарҙың нығытылған Фуцзинь районын йырып сыҡҡанда Васильев 5 дотты штурмлауға әҙерләү менән етәкселек итә. Иң көслө доттың шартлауынан һуң Павел Ефимович тәүгеләрҙән булып бәйләнеш юлына үтеп инә һәм автоматтан 4 япон һалдатын юҡ итә һәм береһен әсирлеккә ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 сентябре указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм япон милитаристарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Васильев Павел Ефимовичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7769) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Капитан П. Е. Васильев 1947 йылдың ғинуарында запасҡа сыға. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, артабан КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары булып эшләй. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы[5] һәм Бишбүләк район Советы депутаты итеп һайлана.

1978 йылдың 29 июлендә вафат була, Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә ерләнә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads