Сыуаштар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сыуаштар
Remove ads

Сыуаштар (cыу. чӑвашсем) — Рәсәй Федерацияһының күп һанлы төрки халыҡтарының һәм илдең иң ҙур этностарының береһе. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, сыуаштарҙың дөйөм һаны 1 миллион 637 мең самаһы.

Ҡыҫҡа факттар Үҙ атамаһы, Һаны һәм йәшәгән урыны ...

Сыуашстанда йәшәүселәрҙең 49,2 проценты ошо милләт вәкилдәре. Сыуаш диаспоралары, йыйнаҡ төркөмдәр булып, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә көн итә. Ситтә йәшәүселәрҙең 30 процент самаһы Урал-Волга республиалары һәм өлкәләрендә: Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә тупланған.

Бынан тыш сыуаштар Ҡаҙағстан, Украина һәм Беларусь Республикаһында йәшәй.

Thumb
Сыуаштар йәшәгән урындар

Сыуаштар Көньяҡ Урал буйына XVII быуат башында күсенә башлай.

Башҡортостанда сыуаштар халыҡ һаны буйынса урыҫтарҙан, башҡорттарҙан, татарҙарҙан ҡалышып 4-се урында. Улар башлыса Ауырғазы районында — 12,5 мең, Бишбүләк районында — 10, 4 мең, Стәрлетамаҡта — 4,9 мең, Ҡырмыҫҡалы районында — 4,8 мең йәшәй.

Сыуаш шағирҙары К. В. Иванов, Я. Г. Ухсай Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлыҡбаш ауылында тыуған.

Космонавт Андриян Николаев та сыуаш милләтенән.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads