Велинград

Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Велинград
Remove ads


Велинград (болг. Велинград) — Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала. Велинград общинаһының административ үҙәге. Ҡала ҙурлығы буйынса өлкәлә икенсе урынды биләй. Халҡы — ошо ысын адресы буйынса 24 518 кеше (15.03.2016)[4].Туғандаш ҡалаһы — Беларусь Республикаһының Свислочь ҡалаһы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Велинград ҡалаһы Пазарджик өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә, Чепин соҡоронда (Родопы Көнбайыш Родопы) урынлашҡан. Майҙаны − 124,955 квадрат километр.

1948 йылда Каменица, Чепино һәм Лыджене (болг.: Лъджен) ауылдары ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, 1944 йылда коммунист, партизан Вела Пеева һәләк булғас, уның исеме менән аталған.

Климаты — альп климаты. Ҡыҫҡа, сағыштырмаса, һалҡын йәй, йомшаҡ оҙон ҡыш. Йыл әйләнәһенә 150 көн ҡар япмаһы ята. Йыллыҡ уртаса температура — 9 ° с. Уртаса һауа дымлылығы — 75 процент. Атмосфера баҫымы — 693 мм.

Һыу ресурстары мул: күлдәр, йылғалар, шишмәләр күп. Термоконстантлы Клептуза[bg] уникаль карст күле бар. Клептуза карст сығанағы секундына 600—1200 литр һыу сығара[5]. Уның янында ике яһалма күл, улар янында пляж һәм ял итеү зоналары булдырылған.

Велинград курорт-ҡала, Болгарияның бальнеологик үҙәге — Балҡан ярымутрауының СПА баш ҡалаһы. Шифаханалар, реабилитация үҙәктәре, ҡунаҡхана, СПА бар. Флораһы һәм фаунаһы бик бай. Ял итеү үҙәге һәм ҡунаҡхана әүҙем төҙөлә. Инфраструктураһы үҫешкән. Ҡала эргәһендә генә Юндола саңғы курорты бар.

Remove ads

Билдәле шәхестәр

Велинградта тыуғандар
  • Вела Пеева (1922—1944) — партизан, ҡала уның исеме менән аталған
  • АтанасСемерджиев (1924—2015) — партизан, сәйәсмән һәм генералы, Болгария вице-президенты (1990—1992)
  • Попова Маргарита (р. 1956) — министр (2009—2011), Болгарияның вице-президенты (2012—2017)
  • Лидия Шулева[bg] (р. 1956) — сәйәсмән, Болгария Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары (2001—2005), хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министры (2001—2003), иҡтисад министры (2003—2005)
  • Николай Гяуров (1929—2004) — опера йырсыһы
  • Васил Божков[bg] (р. 1956) — бизнесмен
  • Димо Тонев[bg] (1964 р-ны) — волейболсы
Велинградта вафат булғандар.
  • Вела Пеева (1922—1944) — партизан
  • Методи Шатаров[bg] (1897—1944) — партизан
  • Методи Кърпачев[bg] (1921—1999) — болгар революционеры
  • Милош Колчагов[bg] (1886—1958) — болгар революционеры
Башҡалар
  • Иван Лебанов (р. 1957) — саңғы ярыштары буйынса Олимпия миҙалсыһы, ҡала кметы (2007—2015)
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ ...
Remove ads

Фото

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads