Виктория (Сейшел Утрауҙары)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Виктория (Сейшел Утрауҙары)map
Remove ads

Викто́рия[1] (ингл. Victoria, [viktɔʁja]) — Сейшел Утрауҙары Республикаһының баш ҡалаһы, шулай уҡ берҙән-бер ҡалаһы һәм порты. Маэ утрауының төньяҡ-көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Викторияла утрау халҡының 13 өлөшө йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Утрау ...
Remove ads

Этимологияһы

1841 йылдан алып ҡала Бөйөк Британия королеваһы хөрмәтенә Порт-Виктория исемен йөрөтә, ә 1960 йылдан Виктория тип атала башлай[2].

География һәм климаты

Thumb
Виктория Сейшел Утрауҙары картаһында

Ҡала Сейшел утрауҙарынан иң ҙуры — Маэ утрауының төньяҡ-көнсығышында[3], Һинд океаны яр буйында урынлашҡан[4]. Илдең күп халҡы булған берҙән-бер ҡалаһы (Маэ утрауындағы барлыҡ халыҡтың өстән бер өлөшө тиерлек) һәм Сейшел архипелаганың берҙән-бер порты[3]. Викторияға яҡын ғына Сент-Энн милли диңгеҙ паркы урынлашҡан[4].

Виктория таш түшәлгән юлдар ярҙамында Маэ утрауындағы башҡа төп урындар менән тоташтырылған. Тәрән порт бер үк ваҡытта бер нисә ҙур судноны ҡабул итә ала. 1971 йылдан алып ҡала янында Сейшел халыҡ-ара аэропорты эшләй[3].

Ентеклерәк мәғлүмәт Виктория климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Тарихы

1756 йылда архипелаг француз тажының биләмәһе тип иғлан ителә һәм король Людовик XV хөкүмәтенең финанс министры Жан Моро де Сешель хөрмәтенә исем ала. Сейшел утрауҙарын француздар тарафынан колониялаштырыу 1772 йылда башлана[5], һәм 1778 йылда хәҙерге Виктория урынында Порт-Руаяль торамаһына нигеҙ һалына[4]. Бөйөк Британия 1810 йылда Сейшел утрауҙарына контроль урынлаштырған, Париж килешеүе йомғаҡтары буйынса уны формаль рәүештә нығытҡан. 1841 йылда инглиздәр Порт-Руаялдең атамаһын Бөйөк Британия королеваһы Виктория хөрмәтенә үҙгәртә[4].

Француздар ҙа, британдар ҙа, Сейшел утрауҙарына контроль урынлаштырылғас, тәүге йылдарҙа уларға плантацияларҙа эшләү өсөн Африканан ҡолдар индергәндәр. 1835 йылда Британия империяһында ҡоллоҡ бөтөрөлгәс, Сейшел утрауҙарына Британ Һиндостанынан ялланма эшселәр килтерелә башлай. Утрауҙарҙың төп продукцияһы шәкәр була, шулай уҡ ваниль, дәрсен һәм копра етештерелгән[6].

1971 йылда Сейшел утрауҙары хакимиәте контроленән архипелагтың бер өлөшөн ваҡытлыса сығарған өсөн компенсацияға, Бөйөк Британия Виктория ҡалаһы янында халыҡ-ара аэропорт төҙөлөшөн финанслай[3]. 1975 йылда Викторияның диңгеҙ порты хеҙмәтләндерелгән суднолар һанының артыуын һәм уларҙың тоннажын иҫәпкә алып модернизацияланған[5]. 1976 йылда Сейшел утрауҙары бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң Виктория яңы дәүләттең баш ҡалаһына әүерелә. 2004 йылда ҡала Һинд океанындағы цунамиҙан ҙур зыян күргән[6].

Халҡы

Виктория — Африканың баш ҡалаларынан иң аҙ халыҡлы: 2009 йылғы баһалауҙар буйынса, ҡалала 25 меңгә яҡын кеше йәшәгән[6]. Шуға ҡарамаҫтан, Виктория халҡы Маэ утрауында йәшәүселәрҙең дөйөм һанының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә[3].

Баш ҡала халҡы этник яҡтан төрлө, шул иҫәптән Франциянан, Африканан, Һиндостандан һәм Ҡытайҙан һәм уларҙың вариҫтарынан тора. Аралашыу телдәре — инглиз, француз һәм француз теле нигеҙендә үҫешкән сейшел креоле. Халыҡтың 90 проценттан ашыуы — христиандар, католицизм төп деноминация булып тора[6].

Remove ads

Иҡтисады һәм инфраструктураһы

Викторияның иҡтисади нигеҙе — сит ил туризмы һәм балыҡ тотоу[4]. Ҡала порты аша илдән балыҡ, кокос сәтләүеге, кокос майы, гуано[5], тәмләткестәр һәм эфир майҙары сығарыла[4]. Диңгеҙ портының тәрәнлеге һәм ҙурлығы унда бер үк ваҡытта бер нисә эре тоннажлы судноны ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Порттың эске акваторияһы бәләкәйерәк судноларҙы хеҙмәтләндерә[3]. Бынан тыш, ҡалала аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй — балыҡ эшкәртеү һәм һыра етештереү алып барыла. Шулай уҡ мебель һәм тәмәке изделиелары етештереү, һөнәрселек кәсептәре бар[4]. Виктория — илдең эшлекле үҙәге[3].

Ҡалала заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауахана урынлашҡан[3].

Remove ads

Мәҙәниәте

Thumb
Викторияның сәғәт башняһы

Ҡалала ике юғары белем биреү учреждениеһы —политехник институт (1983 йылда нигеҙ һалынған)[4] һәм педагогия колледжы[3] эшләй. Викторияла ботаник баҡса (1901 йылда нигеҙ һалынған) Сейшел утрауҙарының Милли китапханаһы (1910 йылда асылған)[4], Милли тарих музейы һәм Викторияның тәбиғи тарих музейы урынлашҡан[6].

Популяр туристик үҙәк. Викторияның иҫтәлекле урындары араһында — 1903 йылда төҙөлгән сәғәтле башня. Берәүҙәр уны Лондондағы Биг-Бендың бәләкәй күсермәһе тиҙәр, башҡалар хәбәр итеүенсә, шулай уҡ Лондондағы Воксхолл-Бридж-Роудта Литл-Бен сәғәттәре уның конструкцияһы өсөн төп нөсхә булған[6]. Архитектура ҡомартҡылары иҫәбенә шулай уҡ XX быуат башында төҙөлгән собор һәм орхидеялар баҡсаһы инә[4] . Ҡалала Сейшел утрауҙарының милли стадионы урынлашҡан[6].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads