Быков Вячеслав Аркадьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Быков Вячеслав Аркадьевич (24 июль 1960 йыл) — Рәсәй хоккейсы һәм тренеры. Һөжүмсе. Биш тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр олимпия чемпионы. 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
Remove ads
Биографияһы
Вячеслав Аркадьевич Быков 1960 йылдың 24 июлендә Силәбе ҡалаһында тыуған. Силәбе хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Хоккей карьераһын Силәбе өлкәһенең «Сельхозвузовец» клубында башлай. 15 йәшенән төп команда составында сығыш яһай башлай. «Трактор» (Силәбе) спорт клубы (1980—1982), ЦСКА (1982—1990), швейцарияның «Фрибур-Готтерон» (1990—1998) һәм «Лозанна» (1998—2000) командалары өсөн уйнай.
Олимпия уйындары (Калгари 1988, Альбервиль 1992), Донъя чемпионаты (ФРГ 1983, СССР 1986, Швеция 1989, Швейцария 1990, Германия 1993) һәм Европа чемпиондары кубоктарының халыҡ-ара турнирҙары еңеүсеһе. Баш тренер булғанда ике тапҡыр Гагарин кубогы яулаусыһы (Салауат Юлаев 2011, СКА Санкт-Петербург 2015).
Атҡаҙанған спорт мастеры (1987), ете тапҡыр СССР чемпионы 1983—1989. СССР чемпионатынҙа 430 уйын уҙғарып, 365 (195+170) мәрәй туплай. 2004 йылдан алып ЦСКА, 2009—2011 йылдарҙа — «Салауат Юлаев» хоккей клубының, 2014 йылдан 2015 йылға тиклем — армия спорт клубының (Санкт-Петербург) һәм 2009—2011 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры. Вячеслав Быков йыйылма командаһы баш тренер булғанда 2008 һәм 2009 йылдарҙа донъя чемпионы исемен яулай.
Remove ads
Карьера
Хоккейсы карьераһы
Тренер карьераһы
- 2004—2009
ЦСКА
- 2006—2011
Рәсәй йыйылма командаһы
- 2009—2011
Салауат Юлаев
- 2014—2015
СКА
Статистика
Клуб карьераһы
Халыҡ-ара карьераһы
Remove ads
Тренер карьераһы
Статистика
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, Т — тигеҙ иҫәптәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, БКО — бер кемдең дә отмауы.
Remove ads
Спорт ҡаҙаныштары
Ғәиләһе[2]
- Атай — Аркадий Быков, тегенсе.
- Әсәй — Галина Александровна Быкова, тәрбиәсе. Силәбелә йәшәй.
- Апай — Алёна Белозерова.
- Ҡатын — Надежда.
- Ҡыҙ — Мария (продюсер, Швейцарияла йәшәй).
- Ул — Андрей («Фрибур-Готтерон» һәм Швейцария йыйылма командаһының хоккейсыһы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (30 июнь 2009)[3]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1988)
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры
- IIHF залы ағзаһы (2014).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads