Галле (Саксония-Анхальт)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Галле (Саксония-Анхальт)map
Remove ads

Галле (Саксония-Анхальт) (нем. Halle (Saale)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан ҡала.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡалала 232 963 кеше йәшәй. Майҙаны — 135,02 км2. Диңгеҙ кимәленән 87 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 06099-06132 һәм автомобиль коды — HAL.

Remove ads

Тарихы

Галле (Һалле) беренсе тапҡыр 806 йылда иҫкә алына.

Thumb
Галленың төп вокзалы

Тоҙ сығанаҡтарының уңайлы урынлашыуы беренсе тораҡтар барлыҡҡа килеүгә сәбәп була. «Галле» һүҙе кельт теленән барлыҡҡа килгән тип һанала һәм «тоҙға бай урын» тигәнде аңлата. Тоҙ ҡаланың яҙмышын хәл итә: бер яҡтан, ул ошо аш тәмләткес арҡаһында һәр саҡ имен һәм бай булып ҡала; икенсе яҡтан, тоҙ ҡайнатыу сәнәғәтенең артабанғы үҫеше һәҙәмтәһендә бында ГДР йылдарында барлыҡ химия заводтары туплана һәм был төбәк экологияһына кире йоғонто яһай.

Ҡала тарихы IX быуаттан, франк хакимы Бөйөк Карл бында Франктар империяһының көнсығыш сиктәрендә һаҡ ҡоролмалары төҙөп, ҡәлғәгә нигеҙ һалғандан башлана. Ҡала статусы 981 йылда император Оттон Икенсе тарафынан бирелә. Х быуат уртаһынан Һалле 700 йыл дауамында Магдебург архиепископлығы составына инә.

XIII быуатта Һалле тарихы Магдебург епископтары менән көрәштә үтә; 1478 йылда Эрнест Саксонский ҡаланы баҫып ала һәм 1464 йылда 30 йыллыҡ һуғыш барышында янғындан юҡҡа сыҡҡан Морицбург цитаделен төҙөй. Һалле үҙ тарихында, бигерәк тә Ете йыллыҡ һуғышта, бик күп баҫҡынсылыҡ кисерә[17].

Thumb
Галлела опера бинаһы

1648 йылда ҡала Бранденбург курфюршество составына индерелә, ә ул Пруссия короллегенә әйләнгәс, Пруссия ҡалаһы булып китә.

1694 йылда ҡалала университет асыла, 1817 йылда ул университет ҡалаһы Виттенберг менән берләштерелә[18]; 1933 йылдан берләштерелгән университет Мартин Лютер исемендәге Галле-Виттенберг университеты исемен йөрөтә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Һалле тулыһынса үҙенең тарихи үҙәген һаҡлап ҡала, ә унан 40 саҡырым алыҫлыҡта булғын Лейпцигта айырым биналар ғына һаҡланып ҡала. ГДР ваҡытында ҡала Һалле округының баш ҡалаһы була.

Рәсми сайттаГибихенштайн замогынан ҡала панорамаһын күҙәтергә мөмкин(нем. Burg Giebichenstein)[19].

Әлеге ваҡытта ҡаланан халыҡтың Дрезденға, берлинға, Лейпцигка күпләп китеүе күҙәтелә. Эре ҡалалар менән сағыштырғанда бында эшһеҙлек кимәле юғары.

Ҡаланан алыҫ түгел ҡаҙылма үҫемлектәр һәм хайуандар ҡалдыҡтары менән билдәле Гейзельталь һоро күмер бассейны бар. Ҡаланан көньяҡтараҡ эре нефть эшкәртеү комбинаты урынлашҡан.


Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халҡы ...

¹ Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре
² 6 май, 1990: Халле һәм Халле-Нойштадт берләшә

Remove ads

Иҫтәлекле урындары

  • Морицбург замогы — Саксония-Анхальт еренең художество музейы.
  • Галлелағы собор (Саксония-Анхальт) XIII быуат төҙөлөшө — Галлелағы иң боронғо сиркәү бинаһы.
  • Мәрйәм Ана сиркәүе XVI быуат — ҡала символы.
  • Готик архитектура Изге Маврикий сиркәүе.
  • Август Герман Франкеның социаль учреждениелар комплексы (нем. Franckesche Stiftungen) — донъяла ошондай боронғо урынларҙың береһе; уның территорияһында Европалағы фахверк йорто урынлашҡан.
  • Баҙар майҙанында Роланд статуяһы.
  • Гибихенштайн замогы — Заале йылғаһындағы урта быуаттарҙың ҡалдыҡтары ҡалған замок.
  • Ҡаланың төньяғында Заале йылғаһы аша Гибихенштейнбрюкке күпере.

Билдәле шәхестәре

  • Франц, Роберт (1815—1892) — немец композиторы, дирижёр ҙәм органист.
  • Зоданн, Петер[de] (1936) — немец театр һәм кино актёры.
  • Баумгартен, Зигмунд Якоб (1706—1757) — XVIII быуаттың бөйөк немец дин әһеле.
  • Билькенрот, Георг (1898—1982) — немец ғалимы, профессор, ГДР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.
  • Геншер, Ганс-Дитрих (род. 1927) — немец сәйәсмәне, Германияның Азат демократик партияһы ағзаһы.
  • Фолькман, Рихард (1830—1889) — немец хирургы.
  • Юглер, Лоренц (1692—1764) — немец натуралисы, сәйәхәтсе.
  • Гендель, Георг Фридрих (1685—1759) — немец һәм инглиз композиторы.
  • Кантор, Георг (1845—1918) — немец математигы.
Remove ads

Туғандаш ҡалалар

Әҙәбиәт

  • Галле, город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. СПб., 1908—1913.

Ҡалып:Районы в Саксонии-Анхальт (с 2007) Ҡалып:Города Германии Ҡалып:Ганза


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads