Гибихенштейнбрюкке

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гибихенштейнбрюккеmap
Remove ads

Гибихенштейнбрюкке (нем. GiebichensteinbrückeGiebichensteinbrücke), шулай уҡ Крелльвицкий күпере (нем. Kröllwitzer BrückeKröllwitzer Brücke) булараҡ билдәле — Галле ҡалаһы (Саксония-Анхальт, Германия) ситендә Зале йылғаһы аша һалынған өс күперҙең береһе; Крелльвицер-штрассела,  Гибихенштайн һарайы эргәһендә урынлашҡан һәм ҡаланың Гибихенштайн менән Крёлльвиц (нем.)баш." Немец телендә" (нем.)баш. райондарын тоташтыра. Күпер аша автомобилдәр, трамвайҙар һәм йәйәүлеләр йөрөй.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Thumb
Яҡынса 1900 йылдарҙа Гибихенштайн һарайы һәм күпер күренеше

XIV быуатта бында беренсе ағас күпер төҙөлә. Һуңыраҡ йылға аша паром менән сығып йөрөйҙәр. XIX быуат аҙағында понтон күпер төҙөлә, бер нисә йылдан һуң ул ҡоросҡа алыштырыла.

Хәҙерге дүрт аралы аркалы, 16,5 метр киңлектәге 261 метр оҙонлоғондағы тимер-бетон күпер Пауля Тирша (нем.)баш. (нем.)баш. проекты буйынса ике йылда (1926—1928) төҙөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1945 йылдың 14 апрелендә күпер емерелә, әммә 1949 йылда ҡабаттан тергеҙелә.

1995 йылда күпергә капиталь ремонт яһала[2][3].

Remove ads

Һыйыр һәм ат

Күпергә 1928 йылда немец скульпторы Герхард Маркс эшләгән һыйыр һәм ат скульптураһы ҡуйыла. Ул Крелльвица ауылы (һыйыр) һәм Гибихенштайн ҡалаһы (ат)[4] берләшеүенең символы булып тора.

Скульптуралар бетондан эшләнә, уға шлак, йылға ҡомо, ваҡланған порфир ҡушыла. Скульптураға ямғыр һыуы үтеп инеүе һөҙөмтәһендә порфир бүртә, һелте-кремний реакцияһы скульптурала ярыҡтар барлыҡҡа килтерә. 2011 йылдың мартында был парға реставрация яһала башлай, улар ике йылға ағас ҡумта менән кеше к-ҙенән йәшерелә. Ошо ваҡытта ярыҡтарға цемент тултырыла, скультуралар тыштан һаҡлаусы ҡатлам менән ҡаплана. 2013 йылдың 21 мартында һыйыр һәм аттың яңыртылған һыны ҡабаттан асыла[5][6][7].

Һыйыр һәм ат
Thumb
Һыйыр
Һыйыр  
Thumb
Күперҙең һәм скульптураларҙың дөйөм күренеше
Күперҙең һәм скульптураларҙың дөйөм күренеше  
Thumb
Ат
Ат  
Thumb
Ат
Ат  
Remove ads

Галерея

Thumb
Күпер (2011)
Күпер (2011)  
Thumb
Күпер ҡышҡыһын (2012)
Күпер ҡышҡыһын (2012)  
Thumb
Төнгө күпер (2005)
Төнгө күпер (2005)  
Thumb
Августа фонарҙар фестивале (2011)
Августа фонарҙар фестивале (2011)  
Thumb
Һарай һәм күпер күренеше (1957)
Һарай һәм күпер күренеше (1957)  
Thumb
Һарай һәм күпер күренеше (1964)
Һарай һәм күпер күренеше (1964)  
Thumb
Һарай һәм күпер күренеше (1983)
Һарай һәм күпер күренеше (1983)  

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads