Генинг Владимир Фёдорович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Генинг Владимир Фёдорович(10 май 1924 йыл — 30 октябрь 1993 йыл) — СССР һәм Украина археологы, Свердловск археология мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Фёдорович Генинг 1924 йылдың 10 майында Алтай крайында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, этник немец булараҡ, хеҙмәт армияһында була.

Һуғыштан Пермь университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Археологик ҡаҙыныуҙар методикаһын һәм техникаһын билдәле археолог О. Н. Бадер етәкселегендә өйрәнә. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәптә эшләй, ә һуңынан — Удмурт республика музейында.

1960—1974 йылдарҙа Свердловскиҙаҙа Урал дәүләт университетының тарих факультетында уҡыта. Бында 1961 йылда В. Ф. Генинг инициативаһы буйынса Урал археологик экспедицияһы (УАЭ) ойошторола. Шул йылдарҙа Башҡортостан территорияһында ананьин, кушнаренко, пьяноборск һ.б. мәҙәниәттәрен тикшергән Урал археология экспедицияһына етәкселек итә.

1961 йылда В. Ф. Генинг етәкселегендә УрДУ-ның тарих факультетында археология специализацияһы уҡытыла башлай, ә 1968 йылда асыла хужалыҡ килешеүе нигеҙендә археологик фәнни-тикшеренеү лабораторияһы асыла.

В. Ф. Генинг «Уралдың археологик мәсьәләләре» серияһын сығарыуҙы ойоштора (Свердловск / Екатеринбург, Ижевск, Сорғот: 1961-)[3].

Свердловск археология мәктәбен ингеҙләүсенең ғилми эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге булып тикшеренеүсенең археологик табышты һүрәтләү менән генә сикләнмәйенсә, уларҙы боронғо замандарҙа йәмғиәт мөнәсәбәттәренең характерын тергеҙеү сығанағы итеп ҡулланырға тырышыуы тора. Ул бигерәк тә методология һәм теория мәсьәләләренә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, бынан тыш археология фәне етерлек дәрәжәлә һөҙөмтәле була алмай, тип уйлай.

Һуңыраҡ Киевҡа күсенә, унда УССР Фәндәр академияһының археология институтында эшләй 1974 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Remove ads

Төп эштәре

200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы.

  • Азелинская культура III—V вв. // Вопросы археологии Урала. 1963. Вып.5;
  • Этнический процесс в первобытности. Свердловск, 1970;
  • Программа статистической обработки керамики из археологических раскопок // Советская археология. 1973. № 1;
  • Проблема соотношения археологической культуры и этноса // Вопросы этнографии Удмуртии. Ижевск, 1976;
  • Очерки по истории советской археологии. Киев, 1982;
  • Этническая история Западного Приуралья на рубеже нашей эры (Пьяноборская эпоха III в. до н. э. — II в. н. э.). М., 1988;
  • Структура археологического познания (проблемы социально-исторических исследований). Киев, 1989;
  • Древняя керамика. Киев, 1992;
  • Синташта: Археологические памятники арийских племен Урало-Казахстанских степей. Ч.1. Челябинск, 1992 (в соавт.).
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads