Геномика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Геномика — молекуляр генетика бүлеге, организмдарҙың гендарын һәм геномдарын өйрәнә.
Тарихы
Геномика 1980—1990 йылдарҙа махсус йүнәлеш булараҡ барлыҡҡа килгән. Был тере организмдарҙың ҡайһы бер төрҙәренең геномдарын секвенирлау менән бәйле.
Иң беренсе булып 1977 йылда Φ-X174 (5368 нуклеотидтарҙан) бактериофагтарының геномы секвенирлана.
Сираттағы секвенир Haemophilus influenzae бактерияһына (1,8 Мб; 1995 йыл) яһала.
Бынан һуң тағы бер нисә төрҙөң, шул иҫәптән кеше геномына тулыһынса секвенир үткәрелә (2001 йылда — беренсе ҡаралама варианты, 2003 йыл — проект тамамлана).
Был үҫеш биохимик методиканың камиллаштырыу арҡаһында ғына түгел, ә ҙур массив мәғлүмәт менән эшләргә мөмкинлек биреүсе ҡеүәтле иҫәпләү техникаһы барлыҡҡа килеүенә лә бәйле була.
Тере организмдарҙың геном оҙонлоғон миллиардлап пар нигеҙҙәр тәшкил итә. Мәҫәлән, кеше геномы күләме 3 миллиард парҙан күберәк нигеҙҙәр тәшкил итә. Әле билдәле булғандарҙан иң ҙур геном (башына 2010 йыл) ике һулышлы балыҡтарҙың бер төрөнә тура килә (яҡынса 110 миллиард пар).
Remove ads
Геномика бүлектәре
Структур геномика
Структур геномика — геном мәғлүмәттәренең йөкмәткеһе һәм төҙөлөшөн асыҡлау.
Маҡсаты:
- төҙөлөшөнә бәйле гендың функцияһын аңлау;
Функциональ геномика
Функциональ геномика — геномдағы мәғлүмәттең тормошҡа ашырылыуын, генда яҙылған мәғлүмәттең организм билдәләре булып тапшырылыуын өйрәнә.
Сағыштырма геномика
Сағыштырма геномика (эволюцион) — төрлө организмдарҙың геном мәғлүмәттәре йөкмәткеһен һәм төҙөлөшөн сағыштырып тикшеренеү.
Геномдарындағығы эҙмә-эҙлелекте өйрәнеү төрлө тере организмдар араһында оҡшашлыҡ һәм айырма дәрәжәһен асҡларға ярҙам итә.
Түбәндәге таблицала төрлө тере организмдарҙың һәм кешенең геномы араһында оҡшашлыҡ дәрәжәһен күрһәткән мәғлүмәт бирелә. Был оҡшашлыҡ проценттарҙа күрһәтелә (сағыштырылған төрҙәрҙә тап килгән нигеҙҙәр парының нисбәте).
Музеогеномика
Музеогеномика — геномика фәненең бер тармағы.
Зоология, биология, палеонтология музейҙарында һаҡланған объекттарҙың биологик ҡалдыҡтарын тикшереп[4], генетик мәғлүмәттәрен туплау менән шөғөлләнә.
Палеонтологияла, палеоботаникала, палеоантропологияла, археологияла тикшеренеүҙәрҙең мөһим йүнәлеше булып тора.
Музеогеномика вирустарҙың ниндәй хайуандарҙан һәм ҡасан кешегә күсеүен, умыртҡаһыҙҙарҙың төрҙәре араһында туғанлыҡ дәрәжәһен анализлау төрлө, тере организмдарҙың ваҡыт арауығында үҙгәрешен, йәнле тәбиғәткә тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы тәьҫирен күҙалларға мөмкинлек бирә.
Remove ads
Геномиканы медицинала ҡулланыу миҫалы
Висконсин дауаханаһында оҙаҡ ваҡыт өс йәштәге бер бала табиптарҙы аптырашта ҡалдыра. Баланың йыл эсәктәре шеш һәм абсцесс менән тулған була.
Өс йәшенә йөҙҙән ашыу хирургия операциялары кисереп өлгөргән. Балаға ДНК-һының кодлаусы өлөштәренә тулыһынса сиквенс үткәрелә.
Һөҙөмтәлә күҙәнәк үлемен программалаусы сигнал сылбырында ҡатнашҡан аҡһымдарҙың береһе — XIAP сирҙең сәбәпсеһе булыуы асыҡлана. Был аҡһым ҡәҙимге хәлдә күҙәнәктең иммун системаһын көйләүҙә бик мөһим роль уйнай.
Диагноз нигеҙендә физиологтар 2010 йылдың июнендә һөйәк мейеһен күсереп ултыртырға кәңәш итә. Шулай итеп, июнь уртаһында бала ғүмерендә тәүге тапҡыр тамағына ашай ала.
Икенсе осраҡ ҡәҙимге булмаған шеш сиренә бәйле була. 39 йәшлек ҡатын лейкемия ауырыуының киҫкен промиелоцитар формаһы менән сирләй. Стандарт диагностикалау ысулдары сирҙе күрһәтмәй. Ә бына яман шеш күҙәнәктәренә яһалған геном анализы 15- се хромосоманың бик ҙур өлөшөнең 17-се хромосомаға күскәнен асыҡлай. Был гендарҙың үҙ-ара яңыса тәьҫирләшеү эффектын килтереп сығарған була. Һөҙөмтәлә ҡатынға сиренә ҡарата тейешле дауа тәғәйенләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Протеомика
- Структур геномика
- Иҫәпләү геномикаһы
- Пангеном
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
