Геохронология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Геохроноло́гия (бор. юнан. γῆ — ер + χρόνος — ваҡыт + λόγος — өйрәнеү) — ер ҡатламдарын барлыҡҡа килтереүсе тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлеклелеге һәм йәше тураһындағы тәғлимәт[1]; так тоҡомдары һәм минералдарҙың абслют һәм сағыштырмаса йәшен билдәләүсе ысулдар. Ерҙең йәшен билдәләү ҙә геохронологияның тикшереү даирәһенә керә. Геохронологияны планетологияның бер өлөшө тип иҫәпләргә була.
XVIII быуатта тау тоҡомдары йәше берәүҙе лә ҡыҙыҡһындармаған[2].
Николас Стено[3] 1669 йылда бөгөнгө көнгә тиклем закон ролен уйнаған тәғлимәтте әйтеп бирә: нормаль ултырған ултырма тау тоҡомдары геологик ваҡығаларҙың эҙмә-эҙлеклеген күрһәтә.
Вильямс Смит (1769—1839) ташҡа әйләнгән хайуандар һәм үҫемлектәр ҡалдыҡтары буйынса тау тоҡомдары йәшен билдәләү ысулын өйрәнә. М. В. Ломоносовта (1763) был өлкәлә эшләй .[4]
Remove ads
Һылтанмалар
- Геохронология — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Всё о Земле: VseOzemle.ru 2017 йыл 22 апрель архивланған.
- Макаров В. П. Теоретическая геохронология 2014 йыл 1 август архивланған.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads