Ер
Ҡояш системаһындағы Ҡояштан өсөнсө планета From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ер (символы: ) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса өсөнсө эске планета. Ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Тығыҙлығы буйынса беренсе урында. Планеталар йондоҙ-ара матдәнән — туҙан һәм газ өлөшсәләренән барлыҡҡа килгән, тигән фараз бар. Был матдә һыуына барып, уҡмашып төрлө ойошҡаҡтар барлыҡҡа килтергән. Ай — Ерҙең берҙән-бер юлдашы.
Ерҙең азот, кислород һәм бер аҙ углекислый газдан торған атмосфераһы бар. Ер өҫтөнөң 70%-ы һыу — диңгеҙ-океандар менән ҡапланған. Башҡа планеталарҙа ундай күренеш юҡ.
Планета Ҡояштан 150 млн километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның диаметры 12742 км.
Ер Ҡояш тирәләй 1 йыл эсендә үҙ орбитаһы буйынса урап сыға. Үҙ күсәре тирәләй 24 сәғәт эсендә әйләнеш яһай.
Ерҙә тормоштоң, йәшәүҙең булыуы — бүтән планеталарҙан айырып торған иң мөһим үҙенсәлек.
Планетаның эске төҙөлөшө бик ҡатмарлы. Уның уртаһында үҙәге урынлашҡан. Үҙәк тирәләй мантия һәм ер ҡабығы килә. Ерҙең үҙәге ҡаты. Үҙәгенең тышы шыйыҡ һәм ҡайнар хәлдә. Үҙәк температураһы 6000 °С-ҡа етә. Үҙәк тимер һәм никелдән тора.
Үҙәк тирәләй мантия уратып алған. Мантияның температураһы 2000 °С-ҡа етә, ул бик юғары баҫым аҫтында ҡаты һәм шыйыҡ хәлдә.
Мантияны ерҙең ҡаты тышсаһы — Ер ҡабығы уратып алған. Уның ҡалынлығы 5 км-ҙан 75 км-ға тиклем. Ер ҡабығы гранит, эзбизташ, таш күмер, балсыҡ, ҡом кеүек тау тоҡомдарынан тора.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads