Герой-ҡалалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Герой-ҡала — юғары дәрәжә билдәһе. Был маҡтаулы исемгә ССР Союзының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында геройҙарса оборона менән дан ҡаҙанған ун ике ҡалаһы лайыҡ булған[1]. Уларҙан тыш Брест ҡәлғәһенә «Герой-ҡәлғә» исеме бирелгән.
Герой—ҡалалар СССР-ҙың Европа өлөшө картаһында
Remove ads
Исем бирелеү тарихы

«Ленинград Герой-ҡала» һәйкәле, Күтәрелеш майҙаны, Санкт-Петербург
Тәү башлап 1945 йылдың 1 майында Юғары Баш командующийҙың № 20 бойороғо менән Ленинград, Сталинград, Севастополь һәм Одесса ҡалаларына герой-ҡала исеме бирелә[2]. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «"Киев оборонаһы өсөн" миҙалы индереү» менән 1961 йылдың 21 июнендә Киев ҡалаһына герой-ҡала исеме бирелә[3].
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1965 йылдың 8 майында «Герой-Ҡала» тигән почетлы исем раҫлана[4]. .
1980 йылдың 18 июлендә Положение үҙгәртелә: унда почетлы исем урынына, юғары дәрәжә тамғаһы — «Герой-ҡала» тип яҙылған.
Был Положениела дәрәжә тураһында:
Remove ads
Герой-ҡалалар һәм герой-ҡәлғә
Герой-ҡалаларҙа һәйкәлдәр
- «Герой-ҡәлғә Брест» һәйкәле
- «Герой-ҡала Волгоград» һәйкәле
- «Герой-ҡала Киев» һәйкәле
- «Герой-ҡала Ленинград» һәйкәле
- «Герой-ҡала Минск» һәйкәле
- «Герой-ҡала Одесса» һәйкәле
- «Герой-ҡала Севастополь» һәйкәле
- «Герой-ҡала Керчь» һәйкәле
Герой-ҡалаларға арналған мемориалдар
- Герой-ҡала Смоленск аллеяһы
- Герой-ҡала Севастополь мемориалы
Галерея
1965 йылдың «Герой-ҡалаларға» арналған күкрәккә тағыла торған билдә һәм совет почта маркалары:
- Ленинград
- Волгоград
- Одесса
- Брест ҡәлғәһе
- Киев
- Мәскәү
- Севастополь
Remove ads
Башҡа илдәрҙә герой-ҡалалар
Югославияла 1970 йылдарҙа һигеҙ ҡалаға г«ерой-ҡала» исеме бирелә һәм Халыҡ геройы ордены менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads