Тула

Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Тулаmap
Remove ads

Ту́ла — Рәсәйҙәге ҡала, Тула өлкәһенең үҙәге. Герой-ҡала. Мәскәүҙән 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Дәүләт ...

Remove ads

Билдәле шәхестәр

  • Гуторов Юлий Андреевич (21.11.1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан[10].
  • Калабугина Евгения Валентиновна (28.05.1934), инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972 йылдан Өфө ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында баш инженер, 1982—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983)[11].
  • Пучков Виктор Николаевич (17.08.1928), ғалим-геолог, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), геология‑минералогия фәндәре докторы (1978), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры[12].
  • Филоненко Виктор Иосифович (19.11.1884—30.09.1977), тел ғалимы, этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1908—1915 йылдарҙа Өфөләге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1938), профессор (1938)[13].
Remove ads

Климат

Туланың климаты уртаса континенталь, июлдә уртаса температура +19,4 °C булһа, февралдә −7,3 °C тәшкил итә. Йыллыҡ яуым-төшөмдең күләме — 500—700 мм, шул иҫәптән йәйен — яҡынса 220 мм, көҙөн — 160 мм, ҡышын — 120 мм һәм яҙын — 110 мм була.

Йыллыҡ абсолют максимум Тулала 2010 йылдың 6 авгусында була һәм +39,2 °C тәшкил итә[14].

Ҡалала күҙәтелгән иң түбән температура 1967 йылдың 2 февралендә теркәлә һәм −36,1 °C тәшкил итә.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Фән һәм мәғариф

  1. Рәсәй Президенты янында халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәт Рәсәй академияһы(РАНХиГС) филиалы.
  2. Тула техник университеты
  3. Тула университеты

Этимология

Ҡалаға Упа йылғаһының Тулицаға ҡушылған урында нигеҙ һалына. Владимир Даль буйынса, Тула — йәшерен, барып булмаҫлыҡ урын, һаҡланыу, приют йәки ябып ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән". Был гипотеза менән Макс Фасмерҙа ризалашаref>Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Т. IV. — С. 117—118.</ref>.

Шул уҡ ваҡытта «Тула» гидронимы Рәсәйҙең фин-уғыр төньяғында оҡшаш параллельдарға эйә: Тула йылғаһы (Вятка бассейны) һ. б.

Шулай уҡ «Тула» гидронимы төрки атамаларҙа оҡшашлыҡ табыла: тыв. тулаа «һаҙ», «батҡаҡ», хак. тул «балыҡ», хак. тула «һаҙлыҡ түңгәге», шорск. тула «һыуҙы быуыу», тағы ла Нофосибирскиҙа Тула йылғаһы бар, уның инешендә һаҙлыҡ урынлашҡан[15].

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
600 000
1811
1913
1939
1970
1982
1991
1996
2001
2006
2011
2016

Халыҡ һаны буйынса 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Рәсәй Федерацияһы ҡалалары араһында 37 урынды биләй[35].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads