Горбунова Валентина Юрьевна
генетик. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2000). From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Горбунова Валентина Юрьевна (21 июль 1947 йыл) — генетик. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2007)[1].
Remove ads
Биографияһы
Валентина Юрьевна Горбунова 1947 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы 1-се Һыуыҡкүл (хәҙер Башҡортостан Республикаһының шул уҡ районы) ауылында донъяға килгән. 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. 1965—67 йылдарҙа Бәләбәй педучилищеһында уҡыта[1]. 1975 йылдан алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1986 йылдан башлап Биология институтында эшләй: башта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып хеҙмәт итә, 1991 йылдан лаборатория мөдире вазифаһын биләй. 1996 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә күсә, бында ул — тәбиғи-география бүлегенең генетика кафедраһы мөдире урынбаҫары[2]. Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — дөйөм генетика проблемалары, үҫемлектәр генетикаһы, кеше генетикаһы, геномдың тотороҡһоҙлоғо[2].
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге андрогенездың генетик детерминацияһын һәм in vitro шарттарында ҡыяҡлылар микроспораларының гомофаза үҫешен өйрәнеүгә арналған. В. Ю. Горбунова микроспора ядроһының тигеҙ бүленеүен билдәләүсе генды асыҡлай, айырым һеркәлектәр культураһын ҡулланып яҙғы йомшаҡ бойҙайҙың гомозиготалы линияларын алыу технологияһын эшләй.
Горбунова В. Ю. — 10-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре[1].
- Генетические предпосылки спорофитного пути развития микроспор злаков в условиях in vitro. Уфа, 1993;
- Эмбриологические основы андроклинии пшеницы. М., 2005 (авторҙаш);
- От микроспоры — к сорту. М., 2010 (авторҙаш).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads