Йәрмәкәй районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Йәрмәкәй районыmap
Remove ads

Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.

Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,8 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.

Remove ads

Билдәле шәхестәре


Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географияһы

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.

Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3 % майҙаны ҡаплай.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары бар.

Иҡтисад

Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Районда «Приют» һәм «Плодосовхоз» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиелар бар, икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы урынлашҡан.

Транспорт

Район территорияһының көньяҡ өлөшөнән Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә «К новым победам» гәз. нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads