Гранада әмирлеге

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гранада әмирлегеmap
Remove ads

Гранада әмирлеге (ғәр. مملكة غرناطة, исп. Reino nazarí de Granada) — Европала һуңғы ғәрәп дәүләте һәм Пиреней ярымутрауы территорияһында һуңғы Ислам дәүләтселеге, 1228 йылдан 1492 йылдың 2 ғинуарына тиклем булған.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Remove ads

Тарихы

Гранада әмирлеген испандар яулап алыуы ярымутрауҙа Христиан Реконкистаһының һигеҙ быуатлыҡ христиан процесын тамамлай[1]. Гранаданың ҡолауы, Константинополдең баш һалыуы кеүек, Европа дәүләтселеге тарихында мөһим этап була. 1492 йылда Гранада әмирлеге емерелгәндән һуң, уның территорияһы Гранада батшалығы булараҡ, Кастилия короллегенең бер өлешөнә әйләнә.

Thumb
Әмирҙәр һарайы — әкиәти Альгамбра

Юҡҡа сығыуы сәбәптәре

XV быуат аҙағында Гранада әмирлегенең көсһөҙләнеүенә Кастилия һәм Леон Короллеге менән даими һуғыштар булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә ауыр яһаҡ түләргә тура килә. Мәҫәлән, 1470 йылғы килешеү буйынса Гранада Кастилияға йыл һайын 20 мең алтын дублон түләргә бурыслы була. Әмирлек ҡалаларында аристократик төркөмдәрҙең үҙ-ара ыҙғыш-талашы киҫкенләшә.

Сәйәси-иҡтисади характерҙағы ыҙғыштан тыш, халҡының этник талаштары көсәйә. Тикшеренеүҙәр буйынса, XV быуатта Гранада әмирлегенең халҡы һаны яҡынса 5 млн тәшкил итә. Бындай ҙур булмаған тау территорияһы өсөн байтаҡ һан. Испандар мавр тип атағандарҙың күпселеген берберҙәр — ғәрәптәр баҫып алған африка ҡәбиләләренең береһе вәкилдәре тәшкил итә. Баҫып алыусы ғәрәптәрҙең тоҡомдары һәм династия вәкилдәре — төрөк солтандары яллаған яңысарға бәйле булған ише — берберҙәргә бәйле булып сыға.

Remove ads

Тарихи әһәмиәте

XV быуат аҙағында әмирлек көрсөккә дусар була — ҡаҙнала хроник рәүештә аҡса, аҙыҡ — түлек етешмәй, халыҡ аслыҡ кисерә, ҡала биналары буш тора һәм емерелә.

1492 йылда Гранада 1453 йылгы өметһеҙ Константинополде хәтерләтә. Былар барыһы ла социаль ойошманың күрһәтелгән етешһеҙлектәре, гуманитар көрсөк һәм Гранаданың тышҡы сәйәси хәле менән бергә, әмирлекте тулыһынса еңелеүгә килтерә. Иберия ярымутравын мосолмандарҙан яулап алып, Испания триумфты байрам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, шул уҡ йылда испан экспедицияһы Колумб Американы аса. Бынан тыш, күп кенә күренекле христиан эшмәкәрҙәре мосолман Гранадаһының емерелеүен төрөктәр һөжүме аҫтында христиан Константинополенең ҡолатылыуы өсөн лайыҡлы компенсация тип кабул итәләр.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Гранада хакимдары
  • Ибн Әл-Хатиб

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads