Громаков Владимир Яковлевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Громаков Владимир Яковлевич (22 август 1935 йыл, Ростов өлкәһе Новошахтинск ҡалаһы) — «Салаватстрой» тресының баш инженеры, идарасыһы (1967—1971), «Главбашстрой» идара начальнигы, БАССР Профсоюздарының өлкә комитеты рәйесе (1988—2002). Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985).
Remove ads
Биографияһы
Громаков Владимир Яковлевич 1935 йылдың 22 авгусында Ростов өлкәһенең Шахтинск ҡалаһында тыуған
1960 йылда Дондағы Ростов инженер-төҙөлөш институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң 1960 йылдан 1977 йылға тиклем «Салаватстрой» тресында мастер, прораб, өлкән прораб булып эшләй, 1967 йылдан — баш инженер, төҙөлөш идаралығы начальнигы, баш инженер, 1971 йылдан — трест идарасыһы;[1]. 1977—1988 йылдарҙа — «Главбашстрой» идаралығы начальнигы; 1988—2002 йылдарҙа — БАССР профсоюздарының өлкә комитеты рәйесе.
Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш үҫешенә ҙур өлөш индерә. В. Я. Громаков етәкселегендә Белорет металлургия комбинаты корпустары, Газпром Нефтехим Салауат, Салауатбыяла, Өфөнефтехим, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлә.
Уның етәкселеге аҫтында профсоюздарҙың республика комитеты хеҙмәт коллективтарының иҡтисади һәм социаль үҫешенә булышлыҡ итә, профсоюз ағзаларының социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса беренсел профсоюз ойошмаларының эшмәкәрлеген координациялай яҡлау буйынса координация социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен профсоюз ағзалары.
Өфө ҡалаһында йәшәй
Remove ads
Бүләктәре
СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985).
Ленин ордены (1981), Октябрь Революцияһы ордены (1974), миҙалдар меннә бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
- Киреев Н. М. Мы построили город в степи. Уфа, 1998. Башкирское книжное издательство «Китап», тир. 1500 экз. ISBN 5-295-02628-0
- Попов В. Л. По долгу совести. Казань, 2012, ОАО «ТАТМЕДИА» «Идел-Пресс».
- Башкирская энциклопедия, т. 2. Уфа.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads