Дағстан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дағстан Республикаһы, йәки йышыраҡ Дағстан — Рәсәй составындағы республика. Иң көньяҡтағы һәм күп милләтле, ул халыҡ һанының тәбиғи үҫеше буйынса ла алғы рәттә тороусы төбәк[2].
Автономиялы Республика булараҡ 1921 йылдың 20 майында ойошторола. Әзербайжан, Грузия, Чечен Республикаһы, Ставрополь крайы һәм Ҡалмыҡстан менән сиктәш.
Баш ҡалаһы — Махачҡала, күренекле революционер Махач Дахадаевтың исемен йөрөтә.
Remove ads
Ҡоролош
Республикала 42 муниципаль район һәм 10 ҡала округы бар.
Иҡтисад
Республика бюджеты (2009):
- сығымдар — 67 603,7 млн һум
- килемдәр — 64 673,4 млн һум, уларҙан:
- һалымдар һәм йыйымдар — 13 984,4 млн һум
- федераль бюджеттан трансферт — 50 689,0 млн һум
Банк өлкәһе
- Төбәк банкылары һаны буйынса Дағстан Рәсәйҙә 3-сө урында тора: республикала бындай 25 учреждение эшләй.
Галерея
- «Дәрбент – Дағстан ҡалаһы». Рәсәй Банкы аҡсаһының реверсы.
- Ирганай ГЭСы, Авар Койсу йылғаһында.
- Салты мәмерйәһе. Салта, Дағстан.
- Кавказдың топографик картаһы.
- Дағстандың физик картаһы.
Электроэнергетика
Тауҙарҙан аҡҡан йылғаларҙың ҙур гидроэлектрик потенциалы бар: йылға 55 млрд кВт/сәғәт электроэнергия бирергә мөмкин. 2010 йылда Дағстанда 5,1 млрд кВт/сәғәт электроэнергия етештерелде. Иң эре ГЭСтар:
- Чиркей ГЭСы, ҡеүәте 1000 МВт
- Ирганай ГЭСы, ҡеүәте 400 МВт
- Миатли ГЭСы, ҡеүәте 220 МВт
- Чирюрти ГЭС-ы, ҡеүәте 125 МВт
- Гергебиль ГЭС-ы, ҡеүәте 17,8 МВт
- Гуниб ГЭС-ы, ҡеүәте 15 МВт
Хәҙерге көндә Гоцатлин ГЭС-ы (100 МВт, 310 млн кВт/сәғәт ҡеүәте менән) төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads