Рәсәй Федерацияһы субъекттарының кодтары

Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының кодтары
Remove ads

Федерация субъекттары исемлектә  Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 65-се статьяһында бирелгән тәртиптә тора: республикалар, крайҙар, өлкәләр, федераль әһәмиәттәге ҡалалар, автономиялы өлкәләр, автономиялы округтар, өҫтәмәләр. Был ярҙамсы киҫәктәрҙең эсендә федерация субъекттары алфавит буйынса теҙелгән. Шуны билдәләргә кәрәк: федерация субъекттары кодтарының нумерацияһы РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһының 1992 йыл 10 ноябрь редакцияһындағы 71-се статьяһы тексында бирелгән исемлеккә тап килә  (был 1992 йылда «Таулы Алтай» тип йөрөтөлгән һәм икенсе түгел, ә дүртенсе урында торған  Алтай Республикаһы кодынан беленә).

Ентеклерәк мәғлүмәт Субъект атамаһы, Субъекттың конституцияға ярашлы номеры ...
Thumb
Рәсәй Федерацияһы субъекттары
Thumb
Рәсәй Федерацияһы субъекттары (ISO буйынса кодтар)
Remove ads

Төбәктәрҙе берләштереү

2003 йылдың 7 декабрендә Пермь өлкәһе менән Коми-Пермяк автономиялы округын Пермь крайы итеп берләштереү буйынса референдум үткәрелә. Берләштереү тураһындағы тәҡдим күпселек тауыш менән хуплана. Берләштереү  2005 йылдың 1 декабрендә көсөнә инә. 

2005 йылдың 17 апрелендә Таймыр һәм Эвенк автономиялы округтарын Красноярск крайына ҡушыу буйынса референдум үткәрелә. Ҡушыу тураһындағы тәҡдим күпселек тауыш менән хуплана. Берләшеү 2007 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә. 

23 октября 2005 йылдың 23 октябрендә Камчатка өлкәһе менән Коряк автономиялы округын  Камчатка крайы итеп берләштереү буйынса референдум үткәрелә. Берләштереү тураһындағы тәҡдим күпселек тауыш менән хуплана. Берләшеү 2007 йылдың 1 июлендә көсөнә инә. 

16 апреля 2006 йылдың 16 апрелендә Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округын  Иркутск өлкәһенә ҡушыу буйынса референдум үткәрелә.  Ҡушыу тураһындағы тәҡдим күпселек тауыш менән хуплана. Берләшеү 2008 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә. 

1 марта 2008 йылдың 1 мартында Чита өлкәһе менән Агинск Бүрәт автономиялы округы берләшеп яңы федерация субъектын — Байкал аръяғы крайын — хасил итә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡара

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads