Дворник Александр Александрович
рәссам, педагог, йәмәғәтсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дворник Александр Александрович (22 сентябрь 1950 йыл — 4 сентябрь 2020 йыл) — рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы. 1974—1999 йылдарҙа Өфөләге 3-сө балалар художество мәктәбе директоры. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Remove ads
Биографияһы
Александр Александрович Дворник 1950 йылдың 22 сентябрендә Өфөлә тыуған.
1979 йылда Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетын тамамлай. Һүрәтте реализм стилендә төшөрә.
1974—1999 йылдарҙа Өфөлә 3-сө балалар художество мәктәбе директоры булып эшләй. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.
Рәссамдың картиналары Башҡорт дәүләт художество музейы, С. Т. Аксаковтың йорт-музейы, Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Абрамцево» музей-ҡурсаулығы, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмалар коллекцияларында һаҡлана.
Александр Александрович Дворник 2020 йылдың 4 сентябрендә Өфөлә вафат булды[1].
Remove ads
Ижады
С. Т. Аксаковтың әҫәрҙәре мотивтары буйынса картиналары: «Детство в Багрове» (1981), «Аксаково. Пруд» (1984), «Дожди смывают жёлтый лист» (1988).
Картиналар полотнолары «Крепостной Зилаир» (1995), «Сакмар» (1997), «У подножья Шайтан-Тау» (2000).
Пейзаждар серияһы «Иртә» (1994), «Көҙгө таңдар» (1998).
«Салауат ере» эштәр циклы («Первоцвет», «Үләндәр моңо», «Йүрүҙән»; 2002).
Күргәҙмәләр
Александр Александрович Дворник 1974 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләрее Өфөлә (1987, 1991), Камо ҡалаһында (Әрмәнстан, 1990), «Абрамцево» музей-ҡурсаулығында (1998), Белорет ҡалаһында (2002) үтә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads