Белорет

Башҡортостан Республикаһындағы ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Белоретmap
Remove ads

БелоретБашҡортостан Республикаһындағы ҡала, Белорет районының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы (2020). Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

«Башҡорт АССР-ы буйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағиҙел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.

Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстан биләмәләрендә йәшәгән Арский фамилиялы помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.

Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачёв була.

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында:

Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә[4].

Remove ads

Хәҙерге көндәрҙә

Бөгөн Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 мең самаһы кеше йәшәй. Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы — Иванюта Андрей Иванович (2020 йылдың февраленән).

2020 йылдың апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең данлы 75 йыллығы алдынан, Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына тарафынан Белоретҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Ул ҡала халҡының Икенсе донъя һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә[5][6].

Һыу һурҙырғыс башня

Thumb
Белореттағы тарихи һыу һурҙырғыс башня

Ҡалала 1916 йылда «Вогау и К» тигән Сауҙа йорто хужалары ситтән килтерелгән сифатлы ҡыҙыл кирбестән эклектика стилендә һыу һурҙырғыс башня төҙөтә. Ул ҡаланың иң бейек ҡоролмаһы була һәм Үрге биҫтә тип йөрөтөлгән өлөштә инженерҙарҙың йорттарына, больницаға, ҡунаҡханаға, улус идаралығына, магазиндарға һәм һыу алғыс будкаларына һыу ебәрә. Һыу үткәргестәр 8,4 км оҙонлоҡта булған. Иң өҫтәге күҙәтеү майҙансығында янғын һүндереүсе нәүбәттә торған. 1956 йылда ул һыу биреүҙән туҡтаған, ә 1967 йылда бик ныҡ туҙған ротондаһы һүтеп алынған [7].

2021 йылдың июль айында, реставрациянан һуң, башня асылып, экскурсиялар үткәрелә башлай [8].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар72653328733978045,2%54,8%
2002 йыл 9 октябрь71093319893910445,0%55,0%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Транспорт

Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарының Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап үткән 310 километрлыҡ өлөшө, шул иҫәптән «Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск» арауығы. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия менәнн тоташтыра. 1961 йылда «Магнитогорск–Белорет» линияһы (105) төҙөлә, 1977 йылда «Ҡарлыман–Белорет» линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.

Remove ads

Иҡтисад

Ҡалалағы төп иҡтисад предпиятиелары:

Уҡыу йорттары

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Фоторәсемдәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads