Денисов Андрей Иванович (дипломат)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Денисов Андрей Иванович (дипломат)
Remove ads

Денисов Андрей Иванович (3 октябрь 1952 йыл, Харьков, УССР) — Рәсәй дипломаты. 2013 йылдан Ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. Халыҡ-ара эштәр буйынса Рәсәй советы Президиумы ағзаһы (2011). Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дипломатик хеҙмәт хеҙмәткәре (2005).

Remove ads

Биографияһы

1974 йылда МГИМО СССРсит ил эштәре министрлығының тамамлай. Ҡытайһәм инглиз телдәрен белә.

  • 1973—1981 — Советтар Союзының Ҡытайҙағы иҡтисади һәм сауҙа вәкиле.
  • 1981—1991 — КПСС Үҙәк Комитеты халыҡ-ара бүлегенең Ҡытай Халыҡ Республикаһы буйынса эксперты.
  • 1992—1997 йылдарҙа — Рәсәйҙең Ҡытайҙағы илселелегендә кәңәшсе, өлкән кәңәшсе.
  • 1997—2000 йылдарҙа — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының иҡтисади хеҙмәттәшлек департаменты директоры.
  • 21 октябрь 1998 йыл — 14 июнь 2000 йыл — Рәсәй сит ил эштәре министрлығының коллегия ағзаһы.
  • 21 апрель 2000 йыл28 декабрь 2001 йыл — Рәсәй Федерацияһының Мысыр Ғәрәп Республикаһында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе [1][2].
  • 28 декабрь 2001 йыл — 12 июль 2004 йыл — Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәре министры урынбаҫары[3][4].
  • 12 июль 2004 йыл — 8 апрель 2006 йыл — Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле һәм Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советындағы вәкиле[5][6] вәкиле.
  • 8 апрель 2006 йыл — 22 апрель 2013 йыл — Рәсәй сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары[7][8].
  • 23 апрель 2013 йыл — Рәсәй Федерацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһынғы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе[9]
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (18 сентябрь 2002 йыл) — дәүләттең тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуҙа шәхси ҙур өлөшө өсөн һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы[10]200 йыллығы айҡанлы.
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дипломатик хеҙмәт хеҙмәткәре (2005 йылдың 18 апреле) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуҙа[11].ҙур өлөшө өсөн һәм күп йыллыҡ дипломатик эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн.
  • IV дәрәжә «За заслуги перед Отечеством» ордены (9 октябрь 2007 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2008 йылдың 3 апреле) — "Рәсәй Федерацияһының иҡтисади тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрен тәьмин иткән хеҙмәттәр өсөн"[12]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (29 сентябрь 2008 йыл) — Петербургта үткән халыҡ -ара иҡтисади форумды әҙерләүҙә һәм дәүләттәр башлыҡтары- Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ҡатнашыусыларының осрашыуын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.[13].
  • «За заслуги в увековечении памяти погибших защитнков Отечества» миҙалы (2008, Рәсәй Оборона министрлығы) — һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн [14].
  • Почет ордены (29 октябрь 2010 йыл) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә күп йыллыҡ намыҫлы фәнни-педагогик хеҙмәте өсөн.[15]
  • Дуҫлыҡ ордены (30 декабрь 2012 йыл) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне.һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[16]
Remove ads

Дипломатик ранг

  • 2 класлы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе (7 ноябрь 1997)[17]
  • Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе (29 апрель, 2003)[18]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads