Харьков

Украиналағы ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Харьковmap
Remove ads

Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Координаталар ...

Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[1] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[2] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[3].

Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған [4] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[5][6] тигән фараздар бар.

1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль – мартында Донецк – Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.

Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты [7][8], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[9]; 16 музей[10], ҡала картиналар галереяһы[9], 6 дәүләт театры[9], 80 китапхана[9] эшләй.

Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[11]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[12] исемен ала.

2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.

Remove ads

Билдәле шәхестәре[13]

Remove ads

Физик-географик урыны

Ҡала Рәсәй урта һыҙаты ҡалыҡыулығының көньяғында урынлашҡан. Ҡалала Харьков, Лопань, Уды, Немышля, Алексеевка, Саржинка, Очеретянка, Роганка, Студенок йылғалары бар. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 135 м. Иң юғары нөктәһе 205 м, иң түбән нөктәһе — 94. Ҡаланың рельефы тигеҙ түгел. Ҡалаың агломерацияһы бар.

Ентеклерәк мәғлүмәт Харьковтан яҡындағы ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйлап) ...
Remove ads

Климат

Харьков уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан. Харьковта климаты уртаса – континенталь, ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ һәм оҙайлы, йәй ваҡыты менән ҡоро килә.

  • Уртаса йыллыҡ температуры — +8,1 C°
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,9 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 74 %
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Эске бүленеш

Ҡала 9 районға бүленә:

  • Биҫтәһе районы
  • Индустриаль районы
  • Киев районы
  • Мәскәү районы
  • Немышля районы
  • Основа районы
  • Һалҡын Тавы районы
  • Шевченко районы
  • Яңы Бавария районы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads