Денисов Владимир Владимирович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Денисов Владимир Владимирович (10 апрель 1953 йыл) — шағир, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус һәм рус телендә ижад иткән яҙыусылар берекмәһе етәксеһе.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Владимирович Денисов 1953 йылдың 10 апарелендә Свердловск ҡалаһында тыуған. 19711973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1973 йылдан алып 1978 йылға тиклем — троллейбус водителе, 1979 йылдан Сахалинда йәшәй, биҙәүсе-рәссам булып эшләй.

1983—1994 йылдарҙа «Ленинское слово» (хәҙер «Углегорские новости») гәзитендә — рәссам, корреспондент, бүлек мөдире.

1977—1987 йылдарҙа В. М. Сидоров, Е. А. Исаев, В. А. Костров семинарҙарында ҡатнаша; 1987 йылда М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай[1].

1994 йылдан алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары (1997—1999, 2012 йылдан алып), «Башҡортостан нефте» гәзитенең мөхәррире, (Өфө, 1999—2010).

1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы; 2008 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус һәм рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе (2008—2011).

Remove ads

Ижады

Не судите поэта,
Он и так осуждён
Петь про то и про это
На изломах времён.

Чтоб не властвовать миру,
Где в почёте грехи,
Он жену и квартиру
Поменял на стихи.

И в труде, и в запое
Он, смеясь над собой,
Плачет вашей слезою,
Дышит вашей судьбой.

В неподатливом зале
Он скорбит мирово…
Вы об этом не знали,
Не судите его.

В. Денисов. «Не судите…»[2]

Тәүге шиғыры икенсе класта уҡыған саҡта «Пионерская правда» гәзитендә баҫылып сыға. 14 йәшенән Есенин, Маяковский, Вознесенскийҙарға эйәреп шиғырҙар яҙа башлай[3].

«Бельские просторы»[4], «Уральский следопыт», «Урал»[5], «Алыҫ Көнсығыш», «Аврора», «Әҙәби уҡыу», «Наш современник» журналдарында, Мәскәү, Өфө һәм Сахалин ҡалаларында баҫтырыла. Беренсе шиғыр йыйынтығы («Белая поляна») 1984 йылда сыға. Шулай уҡ 2015 йылда балалар өсөн шиғырҙар яҙа[6].

Р. Бикбаев, Т.Ғаниева, И. Кинйәбулатов, Р. Тойғон, Г. Юнысова һәм башҡа башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә.

Шиғри йыйынтыҡтарында тыуған яҡтың матурлығын данлай, илдәге ваҡиғалар һәм кеше яҙмыштары тураһында уйлана. Денисовтың ижады тема, жанр, тасуири һүрәтләү саралары төрлөлөгө менән айырылып тора.

Һайланма публикациялары

  • Денисов В. В. Александр Павлович начинается… 2017 йыл 13 ноябрь архивланған. // Книжный ларёк. — 2015.
  • Денисов В. В. Белая поляна : Стихи. — М. : Современник, 1984. — 31 с. — (Өфөләге беренсе китабы). — 10 000 экз.
  • Денисов В. В. В пределах жизни : Стихи. — Южно-Сахалинск : Дальневост. кн. изд-во, 1988. — 63 с. — (Содерж.: Циклы: Какая странная эпоха; Земная пядь). — 3000 экз.
  • Денисов В. В. Времена непохожие : стихи и поэма. — Өфө : Китап, 2013. — 174+1 с. — (Содерж.: Годовые кольца; Русский сон: (социальная поэма)). — 1500 экз. — ISBN 978-5-295-05746-5
  • Денисов В. В. Земная пядь : Стихи. Пер / [Худож. И. Файрушин]. — Өфө : Китап, 2001. — 142+1 с. — 2500 экз. — ISBN 5-295-02857-7
  • Денисов В. В. Не повторятся наши лица… : стихи, поэма, переводы. — Өфө : Китап, 2008. — 255 с. — (Содерж.: циклы: Прощание с веком; Не повторятся наши лица…; Полуночное имя ее…; Смутное время; Сахалинская тетрадь; Языком суровым правды; Дни рождений; Божьи твари; Листая юности страницы…; Из новых стихов; Русский сон: социальная поэма; Переводы). — 1500 экз. — ISBN 978-5-295-04444-1
  • Денисов В. В. Это жизнь : Стихи, пер. — Өфө : Китап, 2003. — 174+1 с. — (Содерж.: Циклы: Память; Житье-бытье; О ней; Смутное время; Прозаичное; И смех и грех; Творим, братцы; Переводы). — 2000 экз. — ISBN 5-295-03232-9
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Ф. Кәрим исемендәге премия (2004)
  • С. Злобин исемендәге премия (2008).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads