Мона Лиза

Леонардо да Винчи картинаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Мона Лиза
Remove ads

«Мо́на Ли́за», шулай уҡ «Джоко́нда»; (итал. Mona Lisa, La Gioconda, франц. La Joconde), тулы исеме — Портре́т госпожи́ Ли́зы дель Джоко́ндо, итал. Ritratto di Monna Lisa del Giocondo) — Леонардо да Винчи картинаһы, Лувр музейында һаҡлана, Париж, Франция. Донъяла бер иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәренең береһе[1][2]. Флоренцияла ебәк һатыусы Франческо дель Джокондоның ҡатыны Лиза Герардини портреты булып иҫәпләнә. 15031505 йылдар тирәһендә яҙылған.

Ҡыҫҡа факттар
Remove ads

Тасуирлама

Картинала яртылаш боролоп ултырған ҡара кейемдәге ҡатын төшөрөлгән. Ул кресло таянысына бер ҡулы менән таянып, икенсе ҡулын өҫтөнә ҡуйып, тамашасыға тура ҡарап ултыра. Был билдән төшөрөлгән картина. Кресло балконда йәки лоджияла тора. Элегерәк картина киңерәк булған тип иҫәпләнә. Ситтәге ике ҡырҙа лоджия колонналары яртылаш ҡына күренә.

Сәнғәтте өйрәнеүсе Борис Виппер Мона Лиза йөҙөндә квадроченто модаһы эҙҙәре булыуын билдәләй: уның ҡаштары һәм маңлайының өҫтөндә сәсе йолҡолған[3].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads