Драцкий Николай Григорьевич

нефть сәнәғәте алдынғыһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Драцкий Николай Григорьевич (1 июнь 1930 йыл — 19 май 1982 йыл) — нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1950 йылдан (өҙөклөктәр менән) «Татнефть» берекмәһенең «Альметьевбурнефть» тресы 1-се быраулау контораһының быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Николай Григорьевич Драцкий 1930 йылдың 1 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Гавриловка ауылында тыуа. Ишембай нефть техникумында уҡый1982 йыл.

1950 йылдан «Бавлынефть» тресының быраулаусылар бригадиры була, 1953 йылдан — «Татбурнефть» тресында, 1961 йылдан — Татар АССР-ының «Альметьевскбурнефть» тресының 1-се быраулау контораһы быраулау мастеры. 1972 йылдан — Төмән өлкәһе «Главтюменнефтегаз» производство берекмәһенең Мегион быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры, 1974 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ы «Мангышлакнефть» производство берекмәһенең Мангышлаҡ быраулау эштәре идаралығы буровойы начальнигы.

1975 йылда Татарстанға ҡайтып, «Татнефть» производство берекмәһенең Әлмәт быраулау эштәре идаралығында быраулау мастеры булып эшләй. Николай Григорьевич Драцкий бригадаһының кесерәйтелгән диаметрлы торбалар менән быраулау алымын үҙләштереүе, секциялы турбобурҙар индереүе һөҙөмтәһендә 1965 йылда 40 мең метрҙан ашыу тау тоҡомон быраулап тишеү мөмкин була. Быраулау технологияларын камиллаштырғаны һәм эште дөрөҫ ойошторғаны, быраулау эшендә өлгәшкән ҡаҙаныштары, бригада менән оҫта етәкселек иткәне өсөн Николай Григорьевич Драцкийға СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 6 ғинуарындағы указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Әлмәт ҡалаһында йәшәй, 1982 йылда шунда вафат була.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Миҙалдар.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads