Фёдоровка районы (Башҡортостан)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Фёдоровка районы (Башҡортостан)
Remove ads

Фёдоровка районы (рус. Фёдоровский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Фёдоровка ауылы. Районда 19541 кеше йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Фёдоровка районы рус. Фёдоровский район, Ил ...
Remove ads

Географик белешмә

Район территорияһы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан. Шул төбәктә Дим, Ашҡаҙар һәм Сүхәйле йылғалары баш ала. Улар Федоровка һәм тағы бер нисә район аша ағып,Ағиҙелгә барып ҡушыла.

Районда кирбес һуғыу, юл һалыу өсөн сеймал — ҡомташ бар.

Ауыл хужалығы ҡулланылышындағы ерҙәр — 136,2 мең гектар, шуларҙан 91,3 мең — баҫыуҙар, 7,9 — сабынлыҡтар, 36,9 — көтөүлектәр. Хужалыҡтар арыш, бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа техник культуралар, мал аҙығы үҫтерә. Малсылыҡ — ит-һөт тармағы һәм сусҡасылыҡтан ғибәрәт.

Remove ads

Тарихи белешмә

Федоровка районы 1935 йылда ойошторолған.

Демографик хәл

Район халҡының милли составы

Милләт 1970 йән иҫәбе 1989 йән иҫәбе 2002 йән иҫәбе
татарҙар 9 924 / 32,5 %6 895 / 35 %6 527 / 33,2 %
урыҫтар4 452 / 22,6 %
башҡорттар3 097 / 11,3 %2 772 / 14 %3 476 / 17,7 %
сыуаштар2 404 / 12,2 %
мордвалар2 332 / 11,9 %

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Remove ads

Иҡтисады

Федоровка районының ере — ҡара тупраҡлы. Районда 24 ауыл хужалығы предприятиеһы, 136 игенсе-фермерлыҡ хужалығы һәм 7150 шәхси ярҙамсы хужалыҡ. 25 мең гектарҙы — иген культуралары, 4,5 мең гектары көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары биләй[20]

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Матбуғат

Районда башҡортса «Ашҡаҙар таңдары» гәзите, татарса «Ашкадар таңнары», урыҫса «Ашкадарские зори» гәзиттәре сығарыла[26]

Транспорт

Район аша Стәрлебаш — Федоровка — Мәләүез, Федоровка — Стәрлетамаҡ, Федоровка — Дедово — Ермолаевка автомобиль юлдары уҙа.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads