Дурасов Владимир Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Дурасов Владимир Александрович (14 июль 1935 йыл, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Күгәрсен ауылы) — совет дәүләт эшмәкәре. 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры, 1989—1991 йылдарҙы СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

1958 йылда С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтын — инженер-металлург һөнәре буйынса, ә 1980 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «иҡтисад, планлаштырыу һәм халыҡ хужалығына идара итеүҙе ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлай.

  • 19581959 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Урал металлургия институты филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре.
  • 19591968 йылдарҙа — шахта мейесе мастеры, начальник урынбаҫары, шахта участкаһында өлкән мастер, шахта начальнигы, Ырымбур өлкәһенең Орск ҡала «Южуралникель» комбинатындағы иретеү цехының шахта участкаһы начальнигы.
  • 19681975 йылдарҙа — директорҙың иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары,
  • 19751978 йылдарҙа — «Южуралникель» комбинаты директоры (Ырымбур өлкәһе, Орск ҡалаһы)
  • 19781980 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһы тыңлаусыһы.
  • 1980 йылда — СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының план-иҡтисад идаралығы начальнигы урынбаҫары.
  • 19801983 йылдарҙа — СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының икенсел төҫлө металлургия Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе (Союзвторцветмет) начальнигы урынбаҫары.
  • 19831986 йылдарҙа— КПСС Үҙәк Комитетының энергетика һәм сәнәғәт бүлеге мөдире урынбаҫары.
  • 19861989 йылдарҙа — СССР-ҙың төҫлө металлургия министры.
  • 1989-1991 йылдарҙа — СССР Госпланы рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры.
  • 1991 йылдан — СССР-ҙың иҡтисад һәм күҙаллау министрының беренсе урынбаҫары,

1992 йылдан алып — Халыҡ-ара хосусилаштырыу һәм инвестиция фонды рәйесе.

  • 19641991 йылдарҙа — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сығанаҡтар

  • Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг./ Сост. В. И. Ивкин. — М.: «Российская политическая энциклопедия», 1999 г.
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads