Дьяков Леонид Владимирович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дьяков Леонид Владимирович (20 декабрь 1932 йыл — 5 февраль 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Remove ads
Биографияһы
Леонид Владимирович Дьяков 1932 йылдың 20 декабрендә Ростов өлкәһе Азов районының Рогожкино утарында балыҡсы ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Буденный (хәҙер «Тихий Дон») балыҡ тотоу колхозында эшләй. Һуғыштан һуң Рогожкино утарында мәктәпте тамамлай. Артабан Балыҡсылыҡ институтында уҡый. Балыҡсылыҡ өлкәһендә эшләй. ХХ быуаттың 70-се йылдары башынан алып шиғырҙар яҙа. 1988 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы, артабан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2017 йылдың 5 февралендә Дондағы Ростовта вафат була.
Remove ads
Ижады
Шиғырҙарҙы үҫмер сағында уҡ яҙа башлай. Уларҙың темаһы - Дон тәбиғәте, уның йылғалары, далалары, йыл миҙгелдәре, тыуған Рогожкино утары һ.б.[1]. Шиғриәт менән етмешенсе йылдарҙа етди шөғөлләнә башлай. Уның был ҡарарына шағирҙар Даниил Долинский, Владимир Фирсов, Александр Рогачев, Николай Скребов, Анатолий Гриценко, прозаик Алексей Коркищенко менән танышыуы ҙур йоғонто яһай.
Шағирҙың тәүге баҫмалары Ростов өлкәһенең «Вечерний Ростов», «Молот», «Комсомолец»; Мәскәү гәзит-журналдары : «Литературная газета», «Дон», «Подъем», «Молодая гвардия», «Москва», «Дружба»ла сыға. Болгария гәзиттәрендә лә баҫыла.
Уның беренсе китабы «Белогривый ливень» Ростиздатта 1979 йылда баҫылып сыға. Һуңғараҡ Ростов өлкәһе һәм Мәскәү нәшриәттәрендә «Кланяюсь Дону», «Русые вербы», «Лето любви», «Лирика» һ.б. әҫәрҙәре донъя күрә. 1988 йылда, өсөнсө китабы баҫылып сыҡҡас, СССР Яҙыусылар союзына ағза була .
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Виталий Закруткин исемендәге әҙәби премия лауреаты (1997) — «От сердца к сердцу» шиғри йыйынтығы өсөн.
- М. А. Шолоховтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс лауреаты ( 2005) — «Песня о Доне» китабы өсөн..
Китаптары
Леонид Владимирович Дьяков ундан артыҡ шиғри йыйынтыҡтарҙың авторы, улар иҫәбендә:
- Белогривый ливень. 1979.
- Кланяюсь Дону. 1983.
- Русые вербы. 1984.
- Лето любви. 1988.
- Лирика. 1992.
- Трава синеокая. 1992.
- От сердца к сердцу. 1994.
- Светлая музыка осени. 1997.
- Признание в любви. 2000.
- Уходит лето. 2002.
- Песня о Доне. 2003.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads