Дүртөйлө

From Wikipedia, the free encyclopedia

Дүртөйлөmap
Remove ads

Дүртөйлө — ҡала. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

1964 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба, 1989 йылдын республика әһәмиәтендәге ҡала. 2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән.

Билдәле шәхестәр

  • Трапезников Василий Николаевич (23.10.1957) — спортсы, йәйәнән уҡ атыу буйнса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Шәхси иҫәптә СССР-ҙың абсолют чемпионы (1982), РСФСР чемпионы (1981), Европа Кубогын яулаусы (1995)[3].
  • Эдуард Әғзәми (5.11.1937), журналистика ветераны, яҙыусы, 1961 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).
Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар25235120781315747,9%52,1%
2002 йыл 9 октябрь29984142751570947,6%52,4%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Иҡтисады

Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.

Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.

Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.

Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (ӨфөҠазанНефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).

Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны, 1000 кеше ...

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads