Ағиҙел (йылға)

Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы From Wikipedia, the free encyclopedia

Ағиҙел (йылға)
Remove ads

Ағиҙел ((тыңлау) ; шулай уҡ Иҙел[1]; рус. Белая; татар. Агыйдел ) — Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы.

Ҡыҫҡа факттар Ағиҙел, Характеристика ...
Remove ads

География

Thumb
Инженер Николай Белелюбский проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе тимер күпер асыу, 1888 йылдың 8 сентябре.
Thumb
Ағиҙелдең инешендәге таҡтаташ

Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Урал тауы итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Remove ads

Гидроним

Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.

Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.

Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала[2].

Thumb
Ағиҙел йылғаһы Бөрйән районы Ишдәүләт ауылы эргәһендә
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads