Йәнәсәй
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йәнәсәй (рус. Енисей, боронғо төрки (𐰚𐰢) Кeм, эвенк. Ионесси «ҙур һыу»[1], хак. Ким, тыв. Улуг-Хем «бөйөк йылға», нен. Енся’ ям’) —Көнсығыш Себерҙәге ҙур йылға. Рәсәй Федерацияһының Красноярск крайы, Тыва һәм Хакасия республикалары территориялары буйлап аға. Төньяҡ Боҙло океандың Кара диңгеҙенә ҡоя. Йәнәсәй — Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер араһында тәбиғи сик булып тора.
Remove ads
География


Ҡыҙыл ҡалаһында Оло Йәнәсәй һәм Кесе Йәнәсәй йылғалары ҡушылған урында башлана. Был урындан оҙонлоғо — 3487 км, Кесе Йәнәсәй инешенән алып — 4287[2] км, Оло Йәнәсәй инешенән алып — 4092 (4123)[3] км. Бассейн майҙаны — 2580 мең км².
Инешендә һыу сығымы — 1009 м³/с[4], Саяногорск тирәһендә — 1484 м³/с[5], Красноярск ГЭС-ында — 2723 м³/с[6], Красноярск тирәһендә — 2864 м³/с[7], Енисейск тирәһендә — 7724 м³/с[8], Подкаменная Тунгуска ҡушылдығы ҡойған урында — 10768 м³/с[9], Игарка янында — 18395 м³/с тәшкил итә[10].
Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 19 800 м³/с.
Төп ҡушылдыҡтары:
- һул — Хемчик, Кантегир, Абакан, Кемь, Кас, Сым, Дубчес, Елогуй, Турухан, Кесе Хета, Оло Хета, Танама, Грязнуха;
- уң — Ус, Кебеж, Туба, Сыда, Сисим, Мана, Кан, Ангара, Оло Пит, Подкаменная Тунгуска, Бахта, Түбәнге Тунгуска, Курейка, Хантайка, Дудинка[11] ref name="tatarka">Angara At Tatarka, R-Arcticnet V4.0</ref>[12].
Ҡалалары: Ҡыҙыл, Шагонар, Саяногорск, Минусинск, Абакан, Дивногорск, Красноярск, Сосновоборск, Железногорск, Лесосибирск, Енисейск, Игарка, Дудинка.
Йәнәсәй — Красноярск крайының мөһим һыу юлы (Саяногорсктан тамағына тиклем, 3013 км). Төп порттары һәм пристандәре: Абакан, Красноярск, Стрелка, Маклаково, Енисейск, Туруханск, Игарка, Усть-Порт. Игаркаға тиклем диңгеҙ суднолары күтәрелә.
Гидроэлектростанциялар: Саян-Шушенск, Майна, Красноярск.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads