Тыва Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тыва Республикаһы
Remove ads

Тыва Республикаһы (Тыва́, Тува́, тыв. Тыва Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Себер федераль округына ҡараған республика. РСФСР составында 1944 йылдың 11 октябрендә ойошторола.

Thumb
Тыва Республикаһы баш ҡалаһы - Ҡыҙыл ҡалаһы
Ҡыҫҡа факттар
Ҡыҫҡа факттар Тышҡы аудиофайлдар ...

Себер федераль округына инә, Көнсығыш-Себер иҡтисад районы бер өлөшө булып тора.

РСФСР составына Тыва автономиялы өлкә булараҡ 1944 йылдың 11 октябрендә инә (1961 йылдан — Тыва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы), һуңынан 1991 йылдың 24 майында республика булараҡ үҙгәртелде.

Дəүлəт телҙере — урыҫ теле, тыва теле. Тожу кожуунында тыва теленең тожу диалекты таралған.

Remove ads

Дәүләт ҡоролошо

Тыва Республикаһы Конституцияға ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Башлығы
Тыва Республикаһы Башлығы — Тыва Республикаһы иң юғары вазифалы кешеһе. Тыва Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе. Тыва Республикаһы Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Тыва Республикаһы Конституцияғы менән билдәләнгән.

Суд власы

Тыва Республикаһы суд системаһы составында:

  1. Тыва Республикаһы юғары суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Тыва Республикаһы арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Юғары Хуралы
Тыва Республикаһы Парламенты — Юғары Хуралы.

Remove ads

Гимны

Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны (1993—2011)
1993 йылдан 2011 йылғаса ғәмәлдә булған гимндын исеме — «Тооруктуг „Долгай“ таңдым» (башҡ. Урман эрбет сәтләүекләр менән тулы (Эрбетле минен тайгам «Долгай»)). Халыҡ йыры. Эшкәртеү авторы — Аяна Самияй ҡыҙы Монгуш.

Ентеклерәк мәғлүмәт 1993—2011 йылғы гимндың тыва телендә һүҙҙәре ...

2011 йылдың 11 Урағай көнөндә Тыва Республикаһы Дәүләт гимны тураһында закон үҙгәртелде. Яңы гимны исеме — Мен тыва мен (башҡ. Мин тывамын).

Remove ads

Йәғрәфиәһе

Көньяҡтан һәм көнсығыштан Монголия, төньяҡтан Красноярск крайы, төньяҡ-көнбайыштан Хакас Республикаһы, төньяҡ-көнсығыштан Бүрәт Республикаһы һәм Иркутск өлкәһе, көнбайыштан Алтай Республикаһы менән сиктәш.

Халҡы

Халыҡ һаны — 313 940 кеше (2009), халыҡ тығыҙлығы — 1,86 кеше/ км² (2009). Ҡала халҡы 51,22 % (2009) тәшкил итә.

1959—2002 йылдарҙа Тыва Республикаһының милли составы:

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ, 1959 йыл ...
Remove ads

Административ бүленеше

Thumb
Тыва Республикаһының административ бүленеше
  1. Бай-тайга кожуун
  2. Барыын-Хемчик кожуун
  3. Чөөн-Хемчик кожуун
  4. Каа-Хем кожуун
  5. Кызыл кожуун
  6. Монгун-Тайга кожуун
  7. Өвүр кожуун
  8. Бий-Хем кожуун
  9. Сүт-Хөл кожуун
  10. Таңды кожуун
  11. Тере-Хөл кожуун
  12. Тес-Хем кожуун
  13. Тожу кожуун
  14. Улуг-Хем кожуун
  15. Чаа-Хөл кожуун
  16. Чеди-Хөл кожуун
  17. Эрзин кожуун

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads