Енсиәт

ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ заттарын ҡылыҡһырлаған спектр From Wikipedia, the free encyclopedia

Енсиәт
Remove ads

Енсиәт - рус. гендер -(ингл. gender -лат. genus «зат») — ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ заттарын ҡылыҡһырлаған спектр. Контексҡа ярашлы бындай ҡылыҡһырламаларға социаль структура (атап әйткәндә, гендер роле һәм башҡа социаль роль) йәки гендер тап килешлеге инеүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа «гендер» һүҙе «енес» төшөнсәһе менән синоним тип һанайҙар,әммә башта иһә «гендер» термины ҡапма-ҡаршы маҡсатта ҡулланылған.

Thumb
Енес символдары: ҡатын-ҡыҙ (һулда), ир-ат (уңда). Венера һәм Марс символдары.

«Гендер» термины феминизм үҫеше һәм гендер тикшеренеүҙәре арҡаһында киң ҡулланыла башлай. Башлыса феминист авторҙар кешеләр араһындағы айырманы тәбиғи сәбәптәр менән түгел, ә социаль процестар менән бәйле һанай[2].

Күпселек сығанаҡтар гендерҙы «социаль енес» тип билдәләһә лә, хәҙерге заман феминистик һәм гендер тикшеренеүҙәр бындай аңлатманы иҫкергән тип һанай.

Remove ads

Төшөнсә тарихы

Көнбайыш фәндә енес һәм гендер төшөнсәләрендә терминологик айырманы сексолог Джон Мани 1955 йылда транссексуаллекте һәм интерсексте өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәрендә телгә ала. Әммә «гендер» төшөнсәһе 1970-се йылдар башында ғына феминистик хәрәкәт һәм феминистик теория үҫеше менән бәйле киң ҡулланышҡа инә. Феминистик теоретиктар «гендер» төшөнсәһен аналитик категория итеп биологияға бәйле енси сифаттарын ҡылыҡ-фиғелдән айырмлау өсөн ҡуллана [3].

Совет осоронан һуңғы фәнгә «гендер» төшөнсәһе 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙа гендер тикшеренеүҙәре менән килеп инә[4][5]. Бөгөн «гендер» төшөнсәһе «енес» төшөнсәһенә ҡаршы ҡуйылып беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъяла күп мәғәнәлә, атап әйткәндә социаль фәндәрҙә ҡулланыла[6]

Remove ads

Шулай уҡ ҡарагыҙ

  • Енси тигеҙлек
  • Енси тигеҙһеҙлек
  • Енсиәт роле
  • Енсиәтселек
  • Гетеросексуаллек
  • Гомосексуаллек

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads